Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
30 Июнь 2022, 15:00

“Беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты. 

“Беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ!”
“Беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яңы яҙма менән уртаҡлашты.

“Ҡатмарлы имтихандар, романтика менән тулы сығарылыш кисәләре һәм һоҡланғыс таң ҡаршылауҙар артта ҡалды. Киләсәк тураһында уйларға кәрәк.

Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырҙы, хәҙер улар 2022/23 уҡыу йылына 14 374 тәшкил итә.

Яңы һөнәрҙәр – компьютер уйындары һәм виртуаль симуляторҙар инженеры, стартаптар менторы, пилотһыҙ техниканы проектлаусы барлыҡҡа килде. ӨДНТУ, ӨДАТУ, БДУ һәм БДПУ ғәҙәти булмаған һөнәрҙәрҙе үҙләштерергә тәҡдим итә.

Уҡырға ҡайҙа барыу, ниндәй һөнәр һайлау йәһәтенән аныҡ ҡарар ҡабул итеү өсөн йәштәрҙең бер ай самаһы ваҡыты бар. Документтар 27 июлгә тиклем ҡабул ителә. Быйыл документтарҙы, ғәҙәттәгесә ҡабул итеү комиссияларына алып барып тапшырыу менән бер рәттән, https://www.gosuslugi.ru/vuzonline сайты аша тапшырыу мөмкинлеге лә бар.

Барығыҙға ла үҙ юлығыҙҙы дөрөҫ һайлауығыҙҙы теләйем. Һәм һәр ваҡытта һеҙҙе #өйҙә (#дома) көтәбеҙ”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.  

“Беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ!”
“Беҙ һеҙҙе өйҙә көтәбеҙ!”
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: