Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
1 Июль 2022, 08:09

Аҡъярҙа мәктәп төҙөлә

Белем усағы киләһе йылдың өсөнсө сирегендә балаларҙы ҡабул итәсәк.

Рәшит Зәйнуллин.
Фото:Рәшит Зәйнуллин.

Башҡортостанда төҙөлөш йылдам бара. Торлаҡ йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары һәм башҡа объекттар сафҡа инә. Мәҫәлән, Хәйбулла районына барғанда быға шаһит булдыҡ.

Аҡъяр ауылында мәктәпкә нигеҙ ташы 2020 йылда һалынған. Ул 550 урынға иҫәпләнгән, өҫтәүенә 140 баланы һыйҙырышлы интернаты ла буласаҡ. Төҙөлөш урыны, ысын мәғәнәһендә, ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Кемдәрҙер стена күтәрә, икенселәр ҡыйыҡ ябыу менән мәшғүл, ә йөк машиналары материалдар кил­терә.

Хәйбулла районы хаки­миә­те башлығы Рөстәм Шә­рипов билдәләүенсә, район үҙәге йылдан-йыл үҫә, әле ул төньяҡ-көнсығышҡа табан һуҙылған. Аҡъярҙа өсөнсө мәктәпте ҡалҡытыу – хәҙерге заман талабы.

Объектты Сибай ҡала­һын­дағы “Ремстройцентр” асыҡ акционерҙар йәм­ғиәте төҙөй. Әйтеүҙәренсә, төҙө­лөшкә йәмғеһе 60 кеше йә­леп ителгән, 30 эш­­се Хәй­булла районынан бул­һа, ҡалғаны Сибайҙан кил­гән.

– Сығышы менән Хәйбул­ла районынан булған ҡыҙ һәм егеттәрҙең ҡаҙаныш­тары тураһында ишетеп-күреп торабыҙ, барыһы ла – беҙҙең ғорурлығыбыҙ, – тип һөйләй Рөстәм Динислам улы. – Шул уҡ ваҡытта ата-әсәләрҙең балаларын ситкә уҡытырға ебәреүен нисектер күңел ҡабул итмәй. Белем усағын интернатлы итеү – мәктәп уҡыусыларын үҙебеҙ­ҙә уҡытыуға бер аҙым. Шуға һөйөнәм, Хәйбулла районында педагогтар балаларға төплө белем биреү өсөн ныҡ тырыша. Малай һәм ҡыҙҙа­рыбыҙ олимпиадаларҙа приз­лы урындар яулай. Дөйөм дәүләт имтиханында һәм Берҙәм дәүләт имтиханында юғары балдар ала.

Ошо белем усағы сафҡа индерелһә, Аҡъярҙағы 1-се һәм 2-се урта мәктәптәр бер сменала эшләй башлаясаҡ.

Ул “Башҡортостандың ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” дәүләт програм­маһы нигеҙендә төҙөлә.

“Мәктәпте быйыл төҙөп бөтәсәкбеҙ, ул киләһе уҡыу йылының өсөнсө сирегендә балаларҙы ҡабул итеп аласаҡ”, – тип ышандырҙы төҙөүселәр.

-  Илдар АҠЪЮЛОВ

Хәйбулла районы 

Читайте нас: