Башҡортостан
-15 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Бер миллиард һум грант биреләсәк

Өфө дәүләт авиация техник университеты - инженер мәктәптәре төҙөү конкурсы еңеүсеһе.

Бер миллиард һум грант биреләсәк
Бер миллиард һум грант биреләсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә шатлыҡлы хәбәр менән уртаҡлашты.

"Фән үҫешенә түккән көсөбөҙ яҡшы һөҙөмтәләр бирә, – тигән Радий Фәрит улы. – Өфө дәүләт авиация техник университеты алдынғы инженер мәктәптәре төҙөү конкурсы еңеүселәренең береһе булды. Бәйгелә илебеҙҙең 45 төбәгенән 89 юғары уҡыу йорто ҡатнашты. Рәсәйҙә ошондай 30 мәктәп буласаҡ".

Радий Хәбиров билдәләүенсә, был - беҙҙең Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының ҡаҙанышы. Өфө дәүләт авиация техник университетының “Киләсәк моторҙары” тигән алдынғы инженер мәктәбе 2022-2024 йылдарҙа бер миллиард һум күләмендә грант аласаҡ. Был аҡса глобаль фәнни-техник мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтеләсәк.

"Беҙҙең мәктәптең проектын эре индустриаль партнерҙар хупланы – “Ростех”, “КамАЗ”, П.И. Баранов исемендәге Үҙәк авиация моторҙар эшләү институты", – тигән Радий Хәбиров.

Фото: Р. Хәбировтың сәхифәһе.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас в