Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһындағы сығарылыш балында бер ҡыҙ вальс бейегәндә ишһеҙ тороп ҡалғас, белем биреү ойошмаһы директоры Булат Зинуровтың уның эргәһенә барып, бергәләп вальс бейеүе хаҡындағы видеояҙма барыһын да һоҡландырғайны. Тәү ҡарамаҡҡа ғәҙәти генә тойолған был күренеш күптәрҙә ихтирам тойғоһо уятты.
“Булат Илшад улына дан! Ысын директор, ысын уҡытыусы! Афарин!”, “Афариндар! Шулай һәр ваҡыт кешелекле, кеселекле, изгелекле булығыҙ. Һоҡланғыс тәрбиәүи күренеш! Рәхмәт”, “Булат Илшад улы, уныштар! Һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ” кеүек һәм башҡа комментарийҙар яҙҙылар “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә”ге төркөмөнә коллегабыҙ Рәзилә Салауатованың сәхифәһенән алып ҡуйылған видеояҙма аҫтына.
Был видеолағы ҡыҙ - Әбйәлил районы Үтәгән ауылынан. Үтәгән башланғыс мәктәбендә, артабан өс йыл Амангилделә, ике йыл Республика инженер лицей-интернатында, артабан Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында уҡыған Дилә Солтан ҡыҙы Йәһүҙина. Ул II класта сағында “Урал батыр" эпосын ятлаған. “Һаумы, һаумы, әкиәт!” төбәк-ара әкиәт һөйләүселәр конкурсында ҡатнашҡан. Былтыр “Ышан” киноһына ла төшкән. Ғөмүмән, Дилә һәр саҡ уҡыу буйынса алдынғы, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашырға, уларҙы алып барырға күнеккән, бейергә ярата. Йәһүҙиндар ғаиләһе Диләнең барлыҡ уҡытыусыларына, 20-се Өфө ҡала башҡорт директоры Булат Илшад улы Зинуровҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерә.
Ҡыҙҙың әсәһе Гөлнәзирә Ильяс ҡыҙы әйтеүенсә, ошо көндәрҙә тағы бер ҡыҙҙары - Гөлниса Солтан ҡыҙы Башҡортостан дәүләт медицина университетын уңышлы тамамлаған. Ул – педиатр. Ире, Ырымбурҙан Артур Азамат улы Абдразаҡов та - педиатр. Татыу ғаиләлә Әхмәт исемле малай үҫә.
Ошо уҡ ғаиләлә тыуып үҫкән Әсғәт Солтан улы Өфө дәүләт нефть техник университетын уңышлы тамамлағайны. Уны Башҡортостан Башлығының стипендиаты, 2015 йылда Новосибирск һәм 2016 йылда Белгород ҡалаһында Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабы призеры булараҡ беләбеҙ. Университетта белем алған ваҡытта йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша – йәш инженерҙарҙың ПрофТЕЛЕПОРТ SPE USPTU клубы вице-президенты ла була. Әле ул балаларға химиянан онлайн дәрестәр бирә.
Ошондай матур, тәрбиәле балалар үҫтергән ғаиләгә һоҡланырға ғына ҡала. Күп балалы әсә Гөлнәзирә Йәһүҙина – мәктәптә ашнаҡсы, ә ғаилә башлығы Солтан Ҡасим улы Әбйәлил юл ремонтлау идаралығында водитель булып эшләй.
Бына шулай бик тырыш, уңған ғаиләлә тыуып үҫкән беҙ видеола күргән Дилә. Уға ла, туғандары кеүек, күңеленә ятҡан һөнәре буйынса белем алыуын, ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшеүен, бәхет теләйек.
Фотолар Йәһүҙиндарҙың ғаилә архивынан.