Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Июль 2022, 15:00

"Илеш халҡы яҡты йөҙлө, ихлас, ҡунаҡсыл"

Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының 2-се курс студенттары диалектологик практика үтә.

"Илеш халҡы яҡты йөҙлө, ихлас, ҡунаҡсыл"
"Илеш халҡы яҡты йөҙлө, ихлас, ҡунаҡсыл"

Билдәле булыуынса, йыл һайын Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары республикабыҙҙың төрлө райондарында фольклор һәм диалектологик практика үтә һәм был төбәккә генә хас булған төрлө материалдар туплай һәм уларҙы үҙ белемдәрендә файҙалана, аҙаҡ китап итеп сығара. Әле факультеттың 2 -се курс студенттары Илеш районында диалектологик практика үтә.

Филология фәндәре кандидаты, доцент Рәмилә Хөснөтдинова етәкселегендәге төркөм Илеш районының күпселек ауылдарында булып, халыҡ менән осрашып бик бай мәтераилдар туплап та өлгөргән. Практика барышы хаҡында Рәмилә Янсаф ҡыҙы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә бик матур яҙмалар ҡалдыра. Шуларҙың бер нисәүһенә күҙ һалайыҡ әле.

"Факультетыбыҙҙың 2-се курс студенттарының Илеш районында диалектологик практикаһы башланды. Тәүге көндә улар райондың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында булды. Гөлназ Марат ҡыҙы Гәрәева студенттарҙы бик йөкмәткеле мәғлүмәттәр, экспонаттар менән таныштырҙы.
Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәниәт үҙәгендә лә студенттар менән бик ҡыҙыҡлы осрашыу ойошторолдо. Үҙәктең баш белгесе Гүзәл Рәсим ҡыҙы Нуриева тарихи-мәҙәни үҙәктең эше хаҡында һөйләне. Студенттар Муса Гәрәевтең шәжәрәһе менән танышты. Был хаҡта уларға был шәжәрәне төҙөгән тарихсылар Фидан Садиҡ улы Мәрүәров, Рөстәм Мәғруф улы Камалов үҙҙәре һөйләне. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тарихын, кейемдәрен, биҙәктәрен, биҙәүестәрен өйрәнеүсе, барлыҡ башҡорт ырыуҙарының кейемендә ҡурсаҡтар эшләгән Әнисә Ғәлим ҡыҙы Саттарова менән әңгәмә лә бик ҡыҙыҡлы булды. Бер үк ваҡытта студенттар төньяҡ-көнбайыш диалекты үҙенсәлектәре менән дә танышты, һөйләү өлгөләрен яҙып алды".

"Илеш районында диалектологик практика дауам итә. Студенттар Исәмәт ауылында булды, мәктәптә уҡытыусылар, мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән әңгәмәләште, мәҙәниәт йортонда ошо ауылдан, шулай уҡ Турасы ауылынан килгән информаторҙар менән осрашты, ерле һөйләш үҙенсәлектәре менән танышты".

"Диалектологик практика барышында студенттарҙың бер төркөмө Илеш районының Йәйләү ауылында булды. Ауылдың муллаһы хәҙрәт Кашапов Ансаф Шәрхимулла улы ауылдың тарихы, мәсеттең төҙөлөү тарихы һ.б. мәғлүмәттәр менән бүлеште. Шәйбәков Фәнис Ислам улы үҙе төҙөгән шәжәрә менән таныштырҙы".

"2-се курс студенттарының диалектологик практикаһы гөрләп дауам итә. Илеш районының Аҡкүҙ ауылы халҡы телгә лә, нәфис һүҙгә лә, йыр-моңға ла бай булып сыҡты. Эш өлөшө тамамланғандан һуң аралашыу бәләкәй генә концерт төҫөн алды. Аҡмалова Рәзимә Тәнзил ҡыҙы, студенттарҙан
Нурия Ғилмуллина, Сәйфуллин Ғәзим, студенттарҙың етәксеһе Гөлшаян Ғәбсәләм ҡыҙы Әлимбаева үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны. Шиғырҙарҙы моңло йырҙар дауам итте. Һуңынан дәртле апайҙар, ағайҙар студенттар менән бергә рәхәтләнеп бейергә төштө. Был осрашыу күңелдәрҙә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы".

"Илеш районында диалектологик практика үткән студенттар бөгөн Ҡужбаҡты, Тәжәй, Баҙытамаҡ ауылдарында материал тупланы. Ауылдарҙың исемдәренең, Буртау, Әүлиә шишмәһе, Күҙ шишмәһе һ.б. тирә-яҡтағы ер-һыу атамаларының килеп сығышы кеүек ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр нигеҙендә ерле һөйләш үҙенсәлектәре асыҡланасаҡ".

"Бөгөн беҙ үҙебеҙҙең тырыш, уңған, уҡыу алдынғыһы булған студентыбыҙ, Илеш ҡыҙы Нурия Ғилмуллинаның тыуған ауылы Үрге Сереккүл, шулай уҡ Түбәнге Сереккүлдең информаторҙары менән аралаштыҡ.

"Диалектологик практика сиктәрендә ауылыма информаторҙар менән һөйләшергә килеүемә сикһеҙ шатмын, ауылдаштарым да үҙемде ихлас сәләмләнеләр, матур итеп эшләнек һәм кәйеф күтәреп ял итеп тә ҡайттыҡ, айырыуса рәхмәтемде ауылыбыҙҙың социаль-мәҙәни үҙәге етәксеһе Лоҡманова Әлфиә ханыма еткерәм!" - ти Нурия.

Ысынлап та, Илеш халҡы көндән-көн беҙҙе яҡты йөҙө, ихласлығы, ҡунаҡсыллығы менән һоҡландыра. Шулай уҡ йор һүҙе, бай диалектологик мәғлүмәте менән ҡыуандыра.

"Бөгөн дә миңә барыһы ла оҡшаны. Беренсенән, ул алсаҡ күңелле Әтәй, Сереккүл һәм шулай уҡ күрше ауылдарының халҡы. Барыбыҙҙы ла шул тиклем матур итеп, йылмайышып ҡаршы алдылар. Икенсенән, етерлек яңы информация бирҙеләр, ҡыҙыҡлы факттар менән таныштырҙылар. Һуңынан инде сәй эсеп, йырлап-бейеп, яҡты тәьҫораттар ҡалдырып ҡайтарҙылар!" - ти Алһыу Абдрахманова".

Бына шундай бай материалдар туплай БДУ студенттары Илеш яҡтарында. Киләсәктә был экспедицияның матур иҫтәлеге булып практика ваҡытында тупланған бай материалдарҙан әҙерләнгән йыйынтыҡ та донъя күрер әле.

Сығанаҡ һәм фотолар: Рәмилә Хөснөтдинова.

 

 

"Илеш халҡы яҡты йөҙлө, ихлас, ҡунаҡсыл"
"Илеш халҡы яҡты йөҙлө, ихлас, ҡунаҡсыл"
"Илеш халҡы яҡты йөҙлө, ихлас, ҡунаҡсыл"
"Илеш халҡы яҡты йөҙлө, ихлас, ҡунаҡсыл"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: