Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
4 Июль 2022, 17:00

Студенттар Донбассҡа китте...

Юл хаҡы, йәшәү, туҡланыу һәм медицина тикшереүе бушлай. Шулай уҡ 65 мең һум тирәһе эш хаҡы аласаҡтар. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!

Студенттар Донбассҡа китте...
Студенттар Донбассҡа китте...

Башҡортостандан дүрт студент Донецк Халыҡ Республикаһына “Саур-Могила” мемориаль комплексын тергеҙеү өсөн юл тотто. Башҡортостан студенттар отрядтары идараһы рәйесе Ирина Сухарева “Башинформ”ға был хаҡта бына ниндәй аңлатма биргән: “Улар - республика тарихында Рәсәй Оборона министрлығы объектында эшләйәсәк студенттарҙың тәүгеһе. Бөрө кооператив техникумы уҡыусылары унда 7 июлдән 31 авгусҡа тиклем Бөтә Рәсәй студенттарының төҙөлөш отряды составында  эшләйәсәк. Улар өсөн юл хаҡы, йәшәү, туҡланыу һәм медицина тикшереүе бушлай. Шулай уҡ йәштәр 65 мең һум тирәһе эш хаҡы аласаҡ. Әлбиттә, беҙ улар өсөн борсолабыҙ һәм тулҡынланабыҙ”.

Яҡын арала Донецк Халыҡ Республикаһына төбәкте аяҡҡа баҫтырыу эштәренә ярҙамға тағы бер нисә студент китәсәк. “Беҙ бергә” проектына ярашлы ирекмәндәр отряды туплана. Уға ирекмәндәрҙән тыш, медицина хеҙмәткәрҙәре һәм вожатыйҙар инәсәк.

“Мин өс дуҫым менән социаль селтәрҙәр аша студент отрядына кешеләр туплау тураһында белеү менән шул уҡ көнд2 барыу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Беҙ быны Тыуған ил алдында бурысыбыҙҙы үтәү мөмкинлеге тип һанайбыҙ. Әлбиттә, яңы ерҙәрҙе күреү ҡыҙыҡтырҙы”,– ти Бөрө кооператив техникумы студенты Кирилл Пекозин.

Егеттәрҙең иҫән-һау Башҡортостанға әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ!

Фото: Башҡортостан студенттар отрядтары.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: