Өфөләге 160-сы лицей уҡыусыһы Аэлита Воробьева Башҡортостанда ҡытай теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырған берҙән-бер уҡыусы. Һөҙөмтә бик шәп – 93 балл!
Ҡыҙҙың әйтеүенсә, туғыҙ йыл буйы ҡытай теле менән ҡыҙыҡһына. Барыһына ла ата-әсәһе сәбәпсе. Бынан 12 йыл элек улар Пекинда булып, ҡытайҙарҙың тарихы, иле, мәҙәниәте менән танышып, ҙур тәьҫораттар менән ҡайталар. Атаһы ҡыҙының ҡытай телен өйрәнеүен теләй. Аэлита 3-сө кластан телде үҙләштерә башлай. Ә 9-сы класта Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашып, призер була. 11-се класта халыҡ-ара имтихандарҙа ҡатнашып, юғары балл яулай. “Дуҫлыҡ дипломатияһы” тип аталған Рәсәй һәм Ҡытай балалар ижады фестивалендә еңеүсе була. Башҡортостан һәм Ҡытайҙың милли үҙенсәлектәре, традициялары тураһында видеоролик менән сығыш яһай.
Аэлитаның хыялы тормошҡа аша былай булғас! Уны Шанхайҙағы Халыҡ-ара бизнес һәм иҡтисад университетына уҡырға саҡырғандар. Ҡыҙ Шанхай хөкүмәте стипендияһын аласаҡ. Ул маҡсатына ынтылыу йылында үҙенә ярҙам күрһәткән һәр кемгә рәхмәтле, тип хәбәр итә “Башинформ”.
Фото:”Башинформ”