Бөгөнгө көндә көнүҙәк сараларҙың береһе – белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларын яңы уҡыу йылына әҙерләү. Асҡын районында ла сентябргә тиклем был эштәрҙе теүәлләү маҡсаты ҡуйылған.
Районда 22 дөйөм, 16 мәктәпкәсә, ике өҫтәмә белем биреү учреждениеһы булһа, уҡыу йылы тамамланыу менән уларҙа төҙөкләндереү эштәре башланған. Балалар баҡсалары иһә икешәр аҙнаға сиратлап ремонтҡа ябыла.
Иң ҙур эштәрҙең береһе Асҡын ауылының 2-се урта мәктәбендә ҡуҙғатылған. Апрель айында уҡ бында “Белем биреүҙең мәктәп системаһын яңыртыу” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә капиталь ремонт башланған. Төҙөлөш эштәрен “Ревстройпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте алып бара.
Июнь аҙағына бында байтаҡ бурыс атҡарылып өлгөргәйне: яңы тәҙрәләр ҡуйылған, йылытыу системаһына йыуҙыртыу башҡарылған, иҫкергән электр үткәргес тулыһынса алмаштырылған, автоматлаштырылған янғын сигнализацияһы яңыртылған, ҡыйығын ябыу, стеналарын тыштан көпләү, эске яҡтан биҙәү эштәре беҙ күргәндә тулы көскә бара ине. Шул уҡ ваҡытта ашхана санитария -гигиена ҡағиҙәләренә ярашлы итеп төҙөкләндерелә, тамаша залында ла ҙур үҙгәрештәр буласаҡ. Барлығы 77 миллион һумлыҡ ремонт эштәре билдәләнһә, бынан тыш, 6 миллион 650 мең һумлыҡ яңы ҡорамалдар алыу планлаштырыла. Был проект сиктәрендә барлыҡ уҡытыусылар ҙа квалификацияны камиллаштырыу курстарын үткән.
– Мәктәптә 770 бала уҡый. Яңы уҡыу йылына белем усағында капиталь ремонтты тулыһынса тамамларға ниәтләйбеҙ, – тине мәктәп директоры Илһам Ғәләүетдинов.
Был йәй белем биреү учреждениеларында алып барылған ҙур эштәр рәтендә – Петропавловка һәм Упҡанкүл мәктәптәрендә ҡаҙанлыҡтарҙы алмаштырыу.
Балаларға уҡыу өсөн булдырылған тағы бер ҡыуаныслы ваҡиға тураһында ишеттек – райондың дүрт мәктәбендә “Үҫеш нөктәләре” үҙәктәре асыласаҡ. Әлеге көндә был мәктәптәр өсөн ҡорамалдар алына, урындар булдырыла, улар тейешле шарттарға килтереп ремонтлана.
Йәй үтер ҙә китер. Балалар яңы уҡыу йылын яңыртылған мәктәптәрҙә ҡаршылаһын өсөн, хәстәрлек бөгөндән күрелә.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА
Асҡын районы