Белем һәм тәрбиә
9 Июль 2022, 15:30

Мөһим йыл асылды!

Уны кешелек цивилизацияһы бишектәренең береһендә, Европа менән Азия ҡушылған урында – яңы “Шүлгәнташ” музей комплексында үткәреү ҙә символик мәғәнәгә эйә.

Мөһим йыл асылды!Мөһим йыл асылды!
Мөһим йыл асылды!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән:

“Бөгөн Башҡортостандың ғилми йәмәғәтселеге өсөн мөһим көн. Рәсәйҙә ООН иғлан иткән Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу хоҡуғы беҙгә бирелде. Бының өсөн Рәсәйҙең Федерация Советы һәм Рәсәй Фәндәр академияһына рәхмәт.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарарына ярашлы, илебеҙҙә Фән һәм технологиялар ун йыллығы башланды. Беҙҙең ваҡытта тап фән хәрәкәткә килтереүсе көскә әүерелә, ул илебеҙгә йәшәйештең бөтә тармаҡтарында ла тотороҡло үҫеш тәьмин итәсәк.

Ғалимдар менән бергә беҙ үҫештең Евразия векторы буйынса фекер алышабыҙ, Көнсығышҡа боролош алыу тураһында һөйләйбеҙ. Беҙҙең бөгөнгө форум да тап шулай атала. Һәм уны кешелек цивилизацияһы бишектәренең береһендә, Европа менән Азия ҡушылған урында – яңы “Шүлгәнташ” музей комплексында үткәреү ҙә символик мәғәнәгә эйә.

Дискуссия бик файҙалы булыр тип ышанам. Барыбыҙға ла уңыштар”.

Фото: Р. Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһе. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас