

8-11-се класс уҡыусылары программалау телдәренә бушлай уҡый ала. Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе ҡул ҡуйған: https://vk.cc/ceTAAQ.
Уҡыусылар 36 академик сәғәтлек дүрт модулдән торған программа буйынса шөғөлләнәсәк. Уҡыу ваҡыты – ике йыл. Курстар математика һәм информатика буйынса мәктәп программаһы базаһына өҫтәмә буласаҡ.
Был балаларға мәктәптә үк тәүге IT-һөнәр үҙләштерергә мөмкинлек бирәсәк һәм, үҙ сиратында, уларҙың артабанғы һөнәри эшмәкәрлеген IT-өлкә менән бәйләүгә этәргес булып торорға тейеш.
Республика белем биреү майҙансыҡтарында онлайн да, офлайн да шөғөлләнергә мөмкин. Уларҙы проекттың операторы “Университет 2035” һайлап аласаҡ: http://2035.university/.
Беренсе этапта программалау буйынса бушлай курстарҙы 100 мең самаһы бала үтер, тип күҙаллана. Киләһе йылдарҙа уларҙың һаны 240 меңгә етәсәк.
IT- тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү – Хөкүмәт тарафынан бойомға ашырылған 42 стратегик башланғыстың береһе. Уҡыусылар өсөн программалау буйынса курстар – проекттың бер өлөшө. Өс йыллыҡ федераль бюджетта уҡыуҙы ойоштороуға ҡаралған аҡсаның дөйөм күләме 6,8 миллиард һум тәшкил итә.
Сығанаҡ: http://government.ru/news/45921/
Программалау буйынса курстарҙы тәүгеләрҙән булып үтеү хаҡында киләһе яҙмаларҙа һөйләрбеҙ. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ!
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Фото: kidsreview.ru