Белем һәм тәрбиә
10 Июль 2022, 09:00

Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләнде

Йәш һөнәрселәрҙе эшкә өйрәтеүгә уҡытыусылар ҙур көс һалған, улар менән күңел биреп шөғөлләнгән.

Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләндеБөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләнде
Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләнде

Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Рәсәй Федерацияһы граждандарына патриотик тәрбиә” федераль проектын тормошҡа ашырыуға, Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына бағышлап “Бөйөк оҫталар вариҫтары” Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы булды. Уға 9 июлдә йомғаҡ яһалды.

Сарала Рәсәй колледждары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары – иң шәп һөнәрселәр ҡатнашты. Көндөҙ “Арт-Квадрат”та уларҙың эштәре ҡуйылған күргәҙмә-йәрминкә ойошторолдо. Күргәҙмә сатырҙарында туҡымаға, быялаға, ағасҡа, металға һүрәт төшөрөүселәр, сигеүселәр, кейеҙ баҫыусылар, ҡортсолар һәм башҡалар урынлашҡайны. Тамаша ҡылыусылар конкурста ҡатнашыусыларҙың оҫталығын ғына баһалап ҡалманы, уларҙың эштәрен һатып та алды.

М. Аҡмулла исмендәге БДПУ ректоры Салауат Сәғитов фекеренсә, йәш һөнәрселәрҙе эшкә өйрәтеүгә уҡытыусылар ҙур көс һалған, улар менән күңел биреп шөғөлләнгән. Фестивалде юғары кимәлдә ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, Рәсәй Мәғариф министрлығы Академияһы проректоры Хож-Ахмед Халадов: “Әгәр беҙ рухи тамырҙарыбыҙҙы һаҡлаһаҡ, ҡиммәттәребеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмаһаҡ, халыҡ кәсептәре лә юғалмаясаҡ”, – тине.  

Конкурста еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Белгород дәүләт сәнғәт һәм мәҙәниәт университеты, Дағстан дәүләт педагогия университеты араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы.

Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләнде
Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләнде
Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләнде
Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләнде
Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләнде
Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләнде
Бөйөк оҫталарҙың вариҫтары билдәләнде
Автор:Танзиля Давлетбердина
Читайте нас