

Илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың уҡыу йорттарында яуаплы һәм тынғыһыҙ мәл – ҡабул итеү кампанияһы дауам итә. Юғары һәм урта һөнәри белем усаҡтарына уҡырға инеүгә ҡағылышлы яңылыҡтар, быйылғы кампанияның үҙенсәлектәре тураһында һөйләшеү, һөнәр һайлау алдында торған егет һәм ҡыҙҙарға йүнәлеш биреү маҡсатында “Башҡортостан” гәзите редакцияһында “Тура бәйләнеш” үткәрҙек. Унда Башҡорт дәүләт университетының Инженер факультеты деканы, физика-математика фәндәре кандидаты Ринат Зәкир улы ТӨЛКӨБАЕВ менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары урынбаҫары Зөлфиә Сәйетғәле ҡыҙы ЗИНУРОВА ҡатнашты. Улар беҙҙе ҡыҙыҡһындырған, шулай уҡ тура бәйләнеш барышында эфирҙы ҡараусыларҙан, гәзит уҡыусыларҙан алынған һорауҙарға яуап бирҙе. Һеҙҙең иғтибарға ошо һөйләшеүҙең яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. – Хөрмәтле ҡунаҡтар, үҙегеҙ эшләгән уҡыу йорто тураһында ҡыҫҡаса һөйләп, быйылғы ҡабул итеү кампанияһына ҡағылышлы яңылыҡтар, йүнәлештәр, бюджет урындары тураһында мәғлүмәт биреп үтһәгеҙ ине.
Ринат ТӨЛКӨБАЕВ:
– Башҡорт дәүләт университеты лайыҡлы рәүештә республикабыҙҙың төп классик университеты һанала. Бөгөн ул ил күләмендә лә эре белем биреү һәм фәнни үҙәк булараҡ танылыу яулаған. Вуз үҙ ҡарамағында биш институтты, ун факультетты, республиканың дүрт ҡалаһындағы – Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө һәм Нефтекамалағы филиалдарҙы берләштерә. Беҙҙә Рәсәйҙең 40-лап төбәгенән, шулай уҡ сит илдәрҙән бөтәһе 27 меңдән ашыу студент белем ала.
Быйылғы ҡабул итеү кампанияһының яңылыҡтарына килгәндә, коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәр бөтөрөлөүгә ҡарамаҫтан, быйыл да документтарҙы ситтән тороп, йәғни дистанциялы алымда тапшырырға мөмкин. Быны һәр уҡыу йортоноң сайтында эшләргә була. Шулай уҡ “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша “Суперсервис” системаһы буйынса ла документтар ҡабул ителә. Мөмкинлеге булғандар, уҡыу йортона шәхсән килеп, комиссия ағзаларына тапшыра. Шулай уҡ тағы бер алым – “Рәсәй почтаһы” аша хат ебәреү. Һуңғыһын ҡулланыусылар йылдан-йыл кәмей бара, мәҫәлән, былтырғы ҡабул итеү кампанияһы барышында почта аша биш-алты ғына кешенең документтарын ҡабул иттек.
Әйтергә кәрәк, коронавирус тормошобоҙға ярайһы уҡ үҙгәрештәр индерҙе. Шуларҙың береһе онлайн алымдарын ныҡлы үҙләштереү булды. Һуңғы ике йылда күптәр вузға документ тапшырғанда ла тап ошо ысулға өҫтөнлөк бирә.
Быйылғы ҡабул итеү кампанияһының төп яңылыҡтарының береһе – документтарҙың төп нөсхәһен мотлаҡ тапшырыу зарурлығы. Ошоға тиклемге ике йылда абитуриенттарҙан онлайн рәүешендә алынған күсермәләр нигеҙендә ҡабул итеү тураһында бойороҡтар сығарылды, ә быйыл ул бөтөрөлдө, шуға күрә бюджет урынына дәғүә итеүселәр билдәләнгән көнгә, сәғәткә тиклем төп нөсхәне биреп өлгөрөргә тейеш. Был яңылыҡ Рәсәйҙең бөтә вуздарына ҡағыла, ошоға бәйле сит ҡалаларға, мәҫәлән, Мәскәү, Санкт-Петербург университеттарына уҡырға инергә теләүселәр билеттар алыуҙы, әгәр унда конкурстан үтмәһә, республикаға кире ҡайтып, документ тапшырып өлгөрөүҙе алдан хәстәрләргә тейеш. Уҡыу йорттарының сайтындағы конкурс барышы менән даими танышып барырға, үҙегеҙ ышаныслы рәүештә инерлек вуздарға баҫым яһарға кәңәш итәм.
– Төплө яуабығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, Ринат Зәкир улы! Әйҙәгеҙ, мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың исемен йөрөткән уҡыу йортондағы хәлдәр менән дә яҡындан танышып үтәйек. Һеҙҙә ҡабул итеү кампанияһы нисек бара?
Зөлфиә ЗИНУРОВА:
– Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – илебеҙҙең һәм республикабыҙҙың алдынғы педагогик уҡыу йорттарының береһе. Уҡыу йорто ҡарамағында биш институт, дүрт факультет һәм бер колледж эшләй. Әлеге ваҡытта беҙҙә 12 мең самаһы студент иҫәпләнә, быйылғы ҡабул итеү кампанияһында 1836 бюджет урыны булдырылған. Ә ҡабул итеү гөрләп бара. Быйыл өр-яңы йүнәлештәр асылды, мәҫәлән, башҡорт телен белгән тәрбиәсе-логопедтар, турист-тыуған яҡты өйрәнеү, тәбиғи-фәнни йүнәлештәге өҫтәмә белем биреү педагогы, компьютер графикаһы һәм анимация, тәртибендә тайпылыштар булған кешеләргә тәғәйен психолог-педагог коррекция һәм реабилитация буйынса һөнәр үҙләштереү мөмкинлеге бар. Магистратураға килгәндә, бында ла өҫтәмә бюджет урындары һәм яңы уҡыу йүнәлештәре булдырылды: генетик экспертиза, микроорганизмдарҙың биотехнологияһы, һанлы иҡтисадта ғәмәли информатика.
Быйылғы ҡабул итеү кампанияһына ҡағылышлы яңылыҡтарға тағы ла шуны өҫтәп әйтер инем: алдағы йылдарҙан айырмалы рәүештә хәҙер ГТО нормаларын тапшырған абитуриенттарҙың алтын ғына түгел, көмөш һәм бронза миҙалдары ла иҫәпкә алына, йәғни өҫтәмә балл менән тәьмин ителә. Был хаҡта Рәсәй Фән һәм юғары белем биреү министрлығы махсус бойороҡ ҡабул итте. Шулай уҡ тағы бер матур яңылығыбыҙ бар: уҡыу йорто тарафынан үткәрелеп килгән Аҡмулла исемендәге олимпиада Рәсәй Мәғариф министрлығының олимпиадалар исемлегенә инде һәм уның еңеүселәре уҡырға ингәндә өҫтәмә балға хоҡуҡлы.
– “Тура бәйләнеш”те ҡараусыларҙың һорауҙарына ла туҡталайыҡ. “Яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, спорт буйынса уңыштарға өлгәшкән осраҡта, күпме стипендия алып була?” тип һорайҙар.
Зөлфиә ЗИНУРОВА:
– Дәүләт академия стипендияһы беренсе уҡыу семестрында бөтә I курс һәм имтихандарҙы “өслө”һөҙ тапшырған башҡа курс студенттарына тәғәйенләнә. Уның суммаһы әллә ни ҙур түгел: ике-өс мең һум араһында тирбәлә. Бынан тыш, айырым категорияларға социаль түләүҙәр, яҡшы уҡығандарға юғары социаль һәм академик стипендиялар ҡаралған. Әлеге һорауҙа әйтелгәнсә, яҡшы уҡыған, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан, фән һәм спорт буйынса уңыштарға өлгәшкән студенттар араһында 15 мең һумға тиклем стипендия алыусылар бар.
Ринат ТӨЛКӨБАЕВ:
– Стипендиянан тыш, матди ярҙам саралары ла ҡаралған. Уға аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән һәм башҡа льготалы категорияларға ҡараған студенттар хоҡуҡлы.
Зөлфиә ЗИНУРОВА:
– Бөтә Рәсәй, Аҡмулла олимпиадалары еңеүселәренә бюджет нигеҙендә уҡырға ингән осраҡта юғары стипендиялар түләү ҡаралған.
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, телефон аша һорау биреүсе бар: “Юриспруденция йүнәлешендә Башҡорт дәүләт университетының магистратураһына уҡырға инеү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра”.
Ринат ТӨЛКӨБАЕВ:
– Магистратураға уҡырға инеү өсөн документтар шулай уҡ үрҙә әйтелгән алымдарҙа ҡабул ителә. Контроль һандар сиктәрендә уҡырға инеү өсөн 9 авгусҡа тиклем, ә түләүле нигеҙҙә уҡырға теләһәгеҙ, 23 авгусҡа тиклем документ тапшыра алаһығыҙ. Уҡыу йортоноң сайтында ҡабул итеү һынауҙары, уларҙың үткәрелеү көндәре, ниндәй йүнәлештәр буйынса бюджет урындары булыуы тураһында барлыҡ мәғлүмәт бирелгән. Әгәр өҫтәмә һорауҙарығыҙ булһа, ҡабул итеү комиссияһының “ҡыҙыу линияһы”на шылтырата алаһығыҙ.
– Тағы бер һорау: “Ҡыҙым техник йүнәлештәге колледжды тамамланы, әммә бала саҡтан бейеү менән шөғөлләнгәс, артабан хореография буйынса уҡырға теләге бар. Башҡорт дәүләт педагогия университетындағы ошо йүнәлеш буйынса бүлек, унда уҡырға инеү үҙенсәлектәре тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине”.
Зөлфиә ЗИНУРОВА:
– Эйе, беҙҙә “Художестволы белем биреү (хореография)” йүнәлеше эшләп килә, унда педагог-хореографтар әҙерләнә. XI класты тамамлап уҡырға инергә теләүселәр рус теле һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәненән БДИ тапшырған булырға тейеш, ә колледж бөткәндәр өсөн вуздың үҙендә рус теле, педагогика һәм психология нигеҙҙәре буйынса имтихан ойошторола. Шулай уҡ уҡырға инеүселәрҙең барыһы ла ижади һынау тапшыра, йәғни бейеү һәләтен күрһәтә. Быйыл был бүлеккә бюджет нигеҙендә – 20, бюджеттан тыш ун урын бүленгән.
– Бөгөн импортты алмаштырыу тураһында күп һөйләйбеҙ. Был белем биреү өлкәһенә лә – айырыуса хәҙерге заман технологиялары менән эш итеүселәр, программалаусылар, IT-белгестәр әҙерләүгә лә ҡағыла. Илебеҙ иҡтисадын үҫтереү өсөн заман талабына яуап биргән һөнәр эйәләре әҙерләү, яңы йүнәлештәр асыу йәһәтенән эштәр нисек ҡуйылған?
Ринат ТӨЛКӨБАЕВ:
– Был йүнәлештә маҡсатлы эштәр алып барыла. Һуңғы осорҙа беҙгә төрлө эре предприятиелар, компаниялар хат менән мөрәжәғәт итә башланы. Шуларға таянып, уҡытыу программаларына бер ни тиклем үҙгәрештәр индерелә, яңы белгеслектәр барлыҡҡа килә, маҡсатлы ҡабул итеүҙәр буйынса килешеүҙәр төҙөлә. Башҡорт дәүләт университеты – киң йүнәлешле уҡыу йорто, шуға күрә бындай эшмәкәрлек тәбиғи, техник, гуманитар йүнәлештәрҙең бөтәһе буйынса ла алып барыла.
Зөлфиә ЗИНУРОВА:
– Аҡмулла исемен йөрөткән университетты күптәр фәҡәт уҡытыусылар әҙерләгән уҡыу йорто тип ҡабул итә. Ысынлап та, беҙ педагогия йүнәлешенә ныҡлы баҫым яһайбыҙ, әммә шул уҡ ваҡытта беҙ программалаусылар, нанотехнологтар, психологтар, логопедтар һәм башҡа йүнәлештәр буйынса ла белгестәр әҙерләйбеҙ.
– Студенттарҙы социаль яҡлау сараларына ла туҡталып, көнкүреш шарттары, уҡыуҙан тыш ваҡытты ойоштороу һәм башҡалар тураһында ла һөйләшәйек әле...
Зөлфиә ЗИНУРОВА:
– М. Аҡмулла исемендәге университетта студенттар өсөн барлығы ете дөйөм ятаҡ бар. Әйтергә кәрәк, уларҙың күбеһендә бүлмә эсендә уңайлыҡтар булдырылған, йәғни йыуыныу бүлмәләре һәр кемдеке айырым. Быйыл ятаҡтарҙа ҙур ғына ремонт башҡарылды. Студенттар өсөн шарттар бик яҡшы: тренажер залдары, айырым уҡыу, ял бүлмәләре булдырылған, шулай уҡ ятаҡтарҙа уртаҡ ҡулланылыу өсөн микротулҡынлы мейестәр, кер йыуыу машиналары ҡуйылған.
Ятаҡҡа урынлашҡанда бюджет нигеҙендә уҡырға ингәндәргә, льготалы категорияларға өҫтөнлөк бирелә, шулай уҡ мөмкинлеккә ҡарап, түләүле нигеҙҙә уҡыған студенттар ҙа ятаҡтан урын ала.
Ринат ТӨЛКӨБАЕВ:
– Башҡорт дәүләт университетында былтыр яңы ятаҡ төҙөп тапшырылды. Һөҙөмтәлә 560 самаһы өҫтәмә урын булдырылды. Унда уңайлы шарттар бар, һәм беҙ өҫтәмә дәртләндереү рәүешендә университетҡа юғары балл менән уҡырға ингән студенттарға ошо ятаҡтан урын бирәбеҙ. Дөйөм алғанда, студенттарҙы йәшәү урыны менән тәьмин итеү йәһәтенән проблемалар юҡ. Шуны ла билдәләр инем: БДУ-ның да, БДПУ-ның да ятаҡтары уҡыу корпустарынан алыҫ урынлашмаған, йәғни студенттар уҡырға рәхәтләнеп йәйәү генә йөрөү мөмкинлегенә эйә. Ғөмүмән, элекке осор менән сағыштырғанда, хәҙерге студенттар күпкә уңайлы шарттарҙа, етеш йәшәй, күптәре эшләп уҡый.
– Тимәк, элекке “студент – ул мәңге аҡсаһы етмәгән, асығып йәшәгән кеше” тигән ҡараш бөгөнгө көнгә тура килмәй. Әйткәндәй, машиналы студенттар ҙа күп, тиҙәр...
Ринат ТӨЛКӨБАЕВ:
– Эйе, тап шулай. Ҡайһы берҙә икенсе йәки өсөнсө парҙы уҡытыу өсөн аҙ ғына һуңыраҡ килһәң, уҡыу йорто алдында машина ҡуйырға урын да булмауы ихтимал. Йәштәрҙең етеш тормошҡа ынтылыуы – әлбиттә, маҡтауға лайыҡ күренеш.
– Алдараҡ әйтеп үтеүегеҙсә, һеҙҙең уҡыу йорттарының колледждары ла бар. Улар тураһында ла мәғлүмәт бирәйек әле.
Зөлфиә ЗИНУРОВА:
– М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының колледжы IX һәм XI класты тамамлаған уҡыусыларҙы ҡабул итә. Күпселек йүнәлештәр буйынса 25-әр бюджет урыны бар. IX кластан һуң уҡырға инеүселәрҙең аттестатының уртаса балы иҫәпкә алына, ә инде “Физик тәрбиә”, “Музыка” һәм “Һынлы сәнғәт/һыҙма” йүнәлештәрендә өҫтәмә имтихан ҡаралған. XI класты тамамлап килгәндәр “Мәктәпкәсә белем биреү” һәм “Китапхана эше” йүнәлештәре буйынса бюджет урындарына уҡырға инә ала, башҡа йүнәлештәр буйынса уҡытыу түләүле нигеҙҙә ойошторола.
Ринат ТӨЛКӨБАЕВ:
– Башҡорт дәүләт университетының төп уҡыу йорто һәм Бөрө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама филиалдары ҡарамағында колледждар эшләп килә. Уларҙа бюджет урындары күп кенә.
Әгәр абитуриенттың Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса дөйөм балы түбән булһа, юғары уҡыу йортона конкурс буйынса үтә алмаһа һәм түләүле нигеҙҙә уҡыу ауырлыҡ тыуҙырһа, колледждар бик киң мөмкинлектәр аса. Уларҙы тамамлаған студенттар университеттың икенсе курсына уҡырға инә ала.
– Ошоға ауаздаш тағы бер һорауға яуап бирәйек: “Сибай ҡалаһында юрист һөнәре буйынса колледж тамамланым. Әлеге йүнәлеш буйынса һеҙҙең уҡыу йорттарына бюджет нигеҙендә уҡырға инеү теләге бар. Был мөмкинме? Колледж тамамлаусыларға уҡырға ингәндә ниндәйҙер ташламалар бармы?”
Ринат ТӨЛКӨБАЕВ:
– Бюджет урынына уҡырға инеү өсөн имтихан тапшырырға тейешһегеҙ һәм шуның һөҙөмтәһенә ярашлы дөйөм конкурс нигеҙендә уҡырға ҡабул итеү ойошторола. Ташламаларға килгәндә, улар льготаға эйә айырым категориялар өсөн булдырыла. Мәҫәлән, инвалидтар, етемдәр айырым конкурс нигеҙендә уҡырға ҡабул ителә. Быйыл яңы төр квоталар булдырылды: Украинала барған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары айырым квотаға дәғүә итә ала. Шулай уҡ хәрби операцияла ҡатнашыусылар үҙҙәре лә, хәрби хәрәкәттәр ветераны булараҡ, айырым шарттарҙа уҡырға ҡабул ителә.
Зөлфиә ЗИНУРОВА:
– Шуны өҫтәп әйтергә теләйем: колледжда ниндәй йүнәлештә белем алыуына ҡарамаҫтан (мәҫәлән, иҡтисад, юриспруденция һ.б.), йәш кеше юғары уҡыу йортона үҙе теләгән специальность буйынса уҡырға инә ала. Уҡыу йорто ойошторған имтиханда минималь балл йыйыу мотлаҡ, беҙҙә ул – 40 балл, йәғни һөҙөмтә ошонан да кәм булмаҫҡа тейеш. Әгәр унан түбән булһа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хатта түләүле нигеҙҙә лә уҡырға инеп булмай.
Колледж тамамлап, беҙҙең университеттың көндөҙгө бүлегенә инеүселәр тик I курсҡа ҡабул ителә, ә инде ситтән тороп уҡыу бүлеген һайлаһалар, уҡыу ваҡытын бер йылға ҡыҫҡартыу мөмкинлеге бар.
– “Тура бәйләнеш”те ҡараусынан һорау: “Ике кешенең балы бер иш булһа һәм улар һуңғы бюджет урынына дәғүә итһә, һайлау нисек яһала?”
Ринат ТӨЛКӨБАЕВ:
– Уҡырға ҡабул итеү ҡағиҙәләрендә был хаҡта асыҡ әйтелгән. Әгәр конкурс балдары тигеҙ булһа, шәхси ҡаҙаныштар (алтын миҙал, ГТО) өсөн балды алып ташлап, имтихан һөҙөмтәләре айырым ҡарала. Улар ҙа бер иш булһа, абитуриент һайлаған йүнәлештең беренсе, артабан икенсе имтиханы сағыштырыла.
– Бөгөн республика етәкселеге алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе үҙебеҙҙә уҡырға ҡалдырыу, йәш белгестәрҙе йәлеп итеү сәйәсәтен алып бара. Һеҙҙеңсә, үҙеңдең тыуған ереңдә, тыуған республикаңда уҡыуҙың өҫтөнлөктәре нимәлә?
Ринат ТӨЛКӨБАЕВ:
– Бөгөн, белеүебеҙсә, күп кенә сит илдәргә, шул иҫәптән уларҙа белем алыуға юл ябылды. Ә инде илдең ҙур ҡалаларындағы юғары уҡыу йорттарында уҡыу күпселек осраҡта ғаиләнең финанс мәсьәләһенә бәйле. Һис шикһеҙ, үҙ төйәгеңдә уҡыу был йәһәттән күпкә отошлораҡ.
Зөлфиә ЗИНУРОВА:
– Тағы ла шуны билдәләргә кәрәк: беҙҙең республикала Берҙәм дәүләт имтиханын юғары балға тапшырып, үҙебеҙҙәге уҡыу йорттарына ингән студенттарға дәүләт кимәлендә ярайһы уҡ яҡшы яҡлау саралары – аҡсалата түләүҙәр булдырылған. Артабан вуздарҙың үҙҙәренең өҫтәмә түләүҙәре лә бар.
Шулай уҡ маҡсатлы йүнәлтмә буйынса уҡырға инеү мөмкинлеген дә иҫәпкә алырға кәрәк. Үҙебеҙҙәге ойошма-предприятиелар менән килешеү төҙөп, маҡсатлы квота буйынса уҡырға инеүҙең өҫтөнлөктәре күп кенә. Беренсенән, әлеге килешеүҙә буласаҡ белгескә уҡыу барышында заказсы яғынан ҡаралған яҡлау, ярҙам саралары аныҡ күрһәтелә. Икенсенән, диплом алғас, ҡайҙа эшкә барырға, тигән һорау тормай. Был йүнәлештә беҙҙең университет район һәм ҡала хакимиәттәренең мәғариф бүлектәре менән бик тығыҙ бәйләнештә эшләй. Йәғни маҡсатлы квота уҡырға инеү йәһәтенән дә, диплом алғас, эш урыны табыу мәсьәләһендә лә бик һәйбәт мөмкинлек, тип әйтеп була.
– Хөрмәтле ҡунаҡтар, төплө яуаптар, йәнле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙгә ошо яуаплы мәлде уңышлы атҡарып сығып, белемле, алдынғы ҡарашлы студенттар ҡабул итеүегеҙҙе һәм һәр ваҡыт республикабыҙҙың алдынғы уҡыу йорттары рәтендә булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
Әйткәндәй!
Яҡшы уҡыған студенттарға вуздар үҙҙәре аҡса түләй
Башҡортостанда яҡшы уҡыған студенттар өҫтәмә түләүҙәр алыуға хоҡуҡлы. Мәҫәлән, БДИ-ны 100 балға тапшырып, донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә ҡатнашыусы вузға (беҙҙә әлегә БДУ һәм ӨДАТУ) уҡырға ингән студенттарға бер тапҡыр 150 мең һум аҡса бирелә. Был хаҡтағы Указға республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ йөҙ баллылар йыл дауамында юғары стипендия алыуға иҫәп тота ала. Уларҙың күләме төрлө уҡыу йорттарында 10 меңдән 25 мең һумғаса тәшкил итә.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА