

Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында яңы юғары уҡыу йорто асыла. Ул Өфө фән һәм технологиялар университеты тип аталасаҡ. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков ҡул ҡуйҙы. Был турала министрлыҡтың рәсми сайтында хәбәр ителде.
“Өфө университетын ойоштороусының функцияларын, вәкәләттәрен Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем министрлығы тормошҡа ашырыуын билдәләргә. Өфө университеты эшмәкәрлегенең маҡсаты – юғары һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары буйынса белем биреү эшмәкәрлеген бойомға ашырыу, шулай уҡ ғилми эшмәкәрлек алып барыу”, - тиелә документта.
Башҡортостанға эш сәфәре барышында Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары Дмитрий Афанасьев яңы юғары уҡыу йортон булдырыу башланғысы менән төбәк етәкселеге сығыш яһауы, был тәҡдимдең Фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан хуплау табыуы тураһында белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостандың фән һәм юғары белем биреү системаһындағы потенциал тупланыуҙы, киңерәк танылыуҙы талап итә. Юғары уҡыу йортоноң “Өҫтөнлөк 2030”, шулай уҡ министрлыҡтың башҡа программаларында ҡатнашыуы ла быға булышлыҡ итәсәк.
Үҙ сиратында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, ике юғары уҡыу йортон берләштереү төбәктә, илдә яңы ҡеүәтле ғилми фекер булдырасаҡ, белем биреү, технологиялар үҫешенә юл һаласаҡ, тип билдәләне.
БДУ-ның һәм ӨДАТУ-ның филиалдары, бойороҡҡа ярашлы, Өфө фән һәм технологиялар университетының филиалдарына әйләнә. Улар араһында Бөрө, Нефтекама, Сибай, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларындағы филиалдар бар.
Юғары уҡыу йорто етәксеһе 2022 йылдың 1 сентябренән дә һуңға ҡалмайынса тәғәйенләнә, яңы университеттың уставы яңы уҡыу йылы башланғансы раҫланасаҡ.
Фото: “Башинформ” агентлығы.