

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, республиканың Премьер-министры Андрей Назаров Хөкүмәт ултырышын үткәрҙе. Унда 2022-2026 йылдарға Башҡортостанда урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү стратегияһы тикшерелде.
Урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү стратегияһы республикала квалификациялы эшселәр, хеҙмәткәрҙәр һәм урта звено белгестәре әҙерләү өлкәһендә эшмәкәрлектең маҡсаттарын, бурыстарын, төп күрһәткестәрен билдәләй. Проекттың маҡсаты – хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтле, донъя стандарттары кимәлендә һөҙөмтәле эшләүгә әҙер квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙе камиллаштырыу.
Республиканың урта һөнәри белем биреү системаһы Волга буйы федераль округында иң ҙуры, ул 96 колледжды һәм уларҙың 41 филиалын үҙ эсенә ала, тип билдәләне Андрей Назаров.
- Урта һөнәри белем биреү системаһының әһәмиәте федераль кимәлдә лә арта. Уны үҫтереүгә ил Президенты ҙур иғтибар бүлә. Бөгөнгө көнгә системаға “Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ҙур ярҙам күрһәтелгән. Өс йыл эсендә Башҡортостан системаһын үҫтереүгә 515 миллион һумға торошло федераль субсидия йәлеп ителгән, - тине Премьер-министр.
Андрей Назаров һүҙҙәренсә, һуңғы өс йылда төбәктә колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыу өсөн байтаҡ эш башҡарылған.
- Мәҫәлән, “Йәш профессионалдар” федераль проекты сиктәрендә 67 заманса оҫтахана ойошторолдо, “Йәш профессионалдар” милли чемпионатынан һуң ҡорамалдар колледждарға тапшырылды һәм 109 оҫтахана асылды, ятаҡтарҙа йомшаҡ инвентарь яңыртылды, - тип билдәләне Премьер-министр.
2020 йылдың октябрендә Рәсәй Мәғариф министрлығы 2030 йылға тиклем Эшсе кадрҙар әҙерләү системаһын үҫтереү һәм ғәмәли квалификациялар булдырыу стратегияһын әҙерләне. Ул биш өҫтөнлөклө йүнәлеште үҙ эсенә ала. Ошо маҡсатта республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына Урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү стратегияһын әҙерләргә ҡушылды. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәт менән республика мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Альберт Йәримов таныштырҙы. Маҡсатҡа өлгәшеү өсөн урта һөнәри белем биреү системаһы менән идара итеү механизмдарын үҫтереү, урта һөнәри белем биреүҙә кадрҙар әҙерләү системаһын һәм Башҡортостан иҡтисадының кадрҙар ихтыяжын тәьмин итеү, заманса стандарттарға, алдынғы технологияларға ярашлы юғары квалификациялы белгестәр, эшсе кадрҙар әҙерләүҙең заманса инфраструктураһын үҫтереү, шулай уҡ профессиональ белем биреү ойошмаларының кадрҙар потенциалын булдырыу, шулай уҡ кадрҙар потенциалын формалаштырыу планлаштырыла, тип билдәләне сығыш яһаусы.
- Стратегия өс этапта тормошҡа ашырыласаҡ. 2022-2023 йылдарға иҫәпләнгән беренсеһендә планлаштырылған сараларҙы тормошҡа ашырыу өсөн норматив-хоҡуҡи акттар әҙерләнәсәк, урта һөнәри белем биреү системаһын йылдам үҫтереү һәм модернизациялау механизмдары булдырыласаҡ. 2024-2025 йылдарҙа үтәсәк икенсе этапта төбәк иҡтисадының өҫтөнлөклө тармаҡтары өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең конкуренцияға һәләтлелеген күтәреү өсөн шарттар булдырыу күҙаллана. Өсөнсө өлөштә – 2026 йылда стратегик бурыстар хәл ителәсәк һәм республикала урта һөнәри белем биреү системаһын үҙгәртеп ҡороуҙың, стратегияны тормошҡа ашырыуҙың һөҙөмтәлелеге баһаланасаҡ, - тип хәбәр итте Альберт Йәримов.
Урта һөнәри белем биреү системаһында стратегияны тормошҡа ашырыу түбәндәге һөҙөмтәләргә өлгәшергә булышлыҡ итәсәк: хеҙмәт баҙары талаптарына ярашлы квалификациялы кадрҙар әҙерләү сифаты күтәреләсәк; хеҙмәт баҙарындағы кадрҙар ихтыяжы һәм уларҙы әҙерләү структураһы ыңғай үҙгәреш кисерәсәк; республиканың профессиональ белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһы яңырасаҡ; уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙең яңы алымдары, белем биреү программаларының йөкмәткеһен яңыртыуҙы тәьмин иткән белем биреү технологиялары индереләсәк; йәштәрҙе тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн шарттар булдырыласаҡ, производство уҡытыусыларының һөнәри кимәле күтәреләсәк
Андрей Назаров Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары проектын хупларға тәҡдим итте.
- Урта һөнәри белем биреү системаһы үҫешен билдәләүсе документ һығылмалы булырға һәм заман саҡырыуҙарына яуап бирергә тейеш. Яңы федераль һәм төбәк проекттарын индереү менән Стратегияның актуалләшеүе мөһим. Уның саралары үтәлешенә йыл һайын мониторинг алып барыу идаралыҡ ҡарарҙары ҡабул итеү өсөн нигеҙ булырға тейеш. Мәғариф һәм фән, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарына үҙҙәренең ведомствоһындағы колледждар менән эш планы төҙөргә һәм йыл аҙағына тиклем кәмендә 12 заманса оҫтахана булдырырға тәҡдим итәм, - тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.
Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru