

Билдәле булыуынса, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында мәктәп төҙөлөшө үҙ бурыстарына яуапһыҙ ҡараған ойошма арҡаһында "һаҡаллы"ға әйләнгәйне. Республика етәкселегенең ярҙамы менән бында әле яңынан эштәр бара, бина Белем көнөнә әҙер булырға тейеш.
Төҙөлөш барышы тураһында "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев яҙма ҡуйҙы.
"Иҫке Сибай ауылында 375 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә. Өсөнсө ҡатта кирбес һалыу эштәре 90 процентҡа тамамланған, уҡыу корпусының ҡыйығы ябылған, подвал, канализацияның инженер селтәрҙәре, 1-се һәм 2-се ҡаттарҙа электр уты монтажланған, аҙыҡ-түлек блогы стеналары штукатурланған, ике ҡаттың стеналары штукатурлау өсөн әҙерләнгән, мәктәп стадионын төҙөкләндереү буйынса эштәр башҡарылған", - тип белдерҙе ул.
Сығанаҡ: https://vk.com/fanisaminev