

“Артек” халыҡ-ара балалар үҙәге, күп йылдар элекке кеүек үк, илебеҙ малайҙары һәм ҡыҙҙарының хыялы булып ҡала. 2021 йылда Башҡортостандан лагерға 273 бала барған. 2022 йылда “Артек”та республиканан 116 малай һәм ҡыҙ ял итеп ҡайтҡан да инде, йыл аҙағына тиклем тағы ла 235 бала барасаҡ.
Халыҡ-ара балалар үҙәгенә эләгеү еңелдән түгел - ҡатнашыусылар етди һайлап алыу туры үтә. Хәйер, ғаризаны теләгән кеше бирә ала. Бушлай юллама, балл-рейтингҡа ҡарап, төрлө өлкәләге ҡаҙаныштарға эйә булған балаларға бирелә. Шулай уҡ, Үҙәктең тематик партнерҙары сараларында ҡатнашып, юллама оторға мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәт “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәге сайтында: https://artek.org/informaciya-dlya-roditelyay/kak-pol..