

Герой исемен йөрөткән мәктәп ниндәй була икән? Беҙ шундай уҡыу йорттарының береһен барып күрҙек. Илеш районының Бишҡурай ауылында урынлашҡан, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемен йөрөткән белем усағы ул.
Йәйге ял булһа ла, унда балалар тауышы ишетелеп ҡала, уҡытыусыларҙың да күпселеге урында. Балалар мәктәп яны участкаһында мәж килә. Беҙҙе иһә мәктәп директоры Ильвира Әхмәтйәнова һәм уның урынбаҫары Ильвина Миңлеғәлимова ҡаршыланы.
– Мәктәбебеҙгә Муса Гәрәевтең исеме 2011 йылда бирелде. Ул ошо бинала уҡыған тиһәң, бигүк дөрөҫ тә түгел, иҫке мәктәптә белем алған. Беҙ, әлбиттә, уны үҙебеҙҙә уҡыған тип иҫәпләйбеҙ, бының менән сикһеҙ ғорурланабыҙ, – ти Ильвира Фәһим ҡыҙы.
Үткән уҡыу йылында урта мәктәптә 61 бала иҫәпләнгән, ике уҡыусы XI класты һәм ете бала IX класты тамамлаған. Директор билдәләүенсә, XI класты тамамлаған ҡыҙҙарҙың береһе алтын миҙалға лайыҡ булған, уларҙың икеһе лә юғары уҡыу йорттарына бара. Туғыҙынсыны бөткәндәрҙең иһә бөтәһе лә мәктәп менән хушлаша.
– Беҙҙең ауылда Муса Гәрәев исемендәге кооператив бар. Мәктәп уның менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Колхоз беҙгә һәр яҡлап ярҙам итә. Беҙ ҙә уларҙы кадрҙар менән тәьмин итергә тырышабыҙ. Быйыл туғыҙынсыны тамамлаған балаларыбыҙҙың бөтәһе лә ауыл ерендә кәрәкле һөнәрҙәр алмаҡсы: агроном, зоотехник, бухгалтер, ветеринар. Уҡып бөткәс, кире ҡайтырҙар тип көтәбеҙ. Ауылда колхоз булғас, беҙҙең киләсәк бар, – ти мәктәп директоры.
Мәктәп янында балалар баҡсаһы ла эшләй. Бында әле 14 бала тәрбиәләнә. Беренсе класҡа иһә ун баланың килеүен көтәләр. Ильвира Фәһим ҡыҙы әйтеүенсә, балалар баҡсаһының мәктәп менән бер урында урынлашыуы бик уңайлы.
Мәктәптә Муса Гәрәев рухы тойола. Коридорҙар уның тураһындағы мәғлүмәт һәм фотолар менән биҙәлгән, линейкалар үтә торған урынға Геройҙың бюсы ҡуйылған. Муса Гәрәев класы ла бар, ул башҡорт теле кабинетында нигеҙләнгән.
– Муса Гәрәев – башҡорт геройы, шуға күрә лайыҡлы рәүештә тап башҡорт теле кабинетын уға арнаныҡ. Ғөмүмән, беҙҙең мәктәптә туған телгә ҙур иғтибар бүленә. I кластан алып төплө өйрәнәбеҙ. IX класты тамамлағандар мотлаҡ дәүләт имтихандарының береһен башҡорт теленән тапшыра, – ти Ильвира Әхмәтйәнова.
Башҡорт теленән бында энергияһы ташып торған тәжрибәле уҡытыусы Рәмзилә Рафат ҡыҙы Хәҙимуллина уҡыта, шулай уҡ мәктәп театры түңәрәген алып бара. Уның уҡыусылары һәр ваҡыт әүҙем, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнаша һәм призлы урындар яулай.
Коллективта 16 уҡытыусы эшләй, барыһы ла юғары белемле.
– Йәш педагогтарға ла ҙур иғтибар бүләбеҙ. Килһәләр, уларҙы үҫтерергә тырышабыҙ. Бына үҙемдең ҡыҙым Ильвина Миңлеғәлимова ла ауылға ҡайтты, инглиз теленән уҡыта. Күңелем тыныс, бурысым үтәлде, үҙемә алмаш үҫтерҙем. Тағы бер йәш уҡытыусыбыҙ башланғыс класс уҡыусыларына белем бирә, уға ла өмөтөбөҙ ҙур, – тип йылмая директор.
Мәктәп баҡса янындағы биләмәһе менән дә бик ғорурлана. Улар йәй буйы бында йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә һәм үҙҙәренә ҡышҡа етерлек запас хәстәрләй. Аҙаҡ уны ашханаларында әҙерләп, балаларҙы тәмле итеп ашаталар.
– Герой исемен йөрөтөү – ғорурлыҡ ҡына түгел, ҙур яуаплылыҡ та. Быны һәр уҡытыусы, һәр бала яҡшы аңлай. Данлы исемебеҙҙе дәлилләп, төрлө район һәм республика конкурстарында ҡатнашып еңәбеҙ, Муса Гәрәев хөрмәтенә күп саралар үткәрәбеҙ. Уға арналған иҫтәлекле урындарҙы тәртиптә тотабыҙ. Иң мөһиме – балаларҙы патриотик рухта, ысын илһөйәрҙәр итеп тәрбиәләйбеҙ, – тип оҙатып ҡалды беҙҙе бишҡурайҙар.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА
Илеш районы