Белем һәм тәрбиә
15 Июль 2022, 14:00

“Дуҫлыҡ”та балалар яңы дуҫтар таба

“Беҙҙә бер тапҡыр ял иткәндәрҙең 70-75 проценты тағы килә”, - ти лагерь етәкселеге. 

“Дуҫлыҡ”та балалар яңы дуҫтар таба“Дуҫлыҡ”та балалар яңы дуҫтар таба
“Дуҫлыҡ”та балалар яңы дуҫтар таба

Мәләүез районының Томансы ауылы янындағы “Дуҫлыҡ” балалар спорт-һауыҡтырыу лагеры тәбиғәттең хозур мөйөшөндә – Көнгәк тауы итәгендә урынлашҡан. Эргәлә генә Ағиҙел йылғаһы аға.

Был ял-һауыҡтырыу учреждениеһы балалар араһында ла, ата-әсәләр тарафынан да ҙур һорау менән файҙаланыла. “Беҙҙә бер тапҡыр ял иткән балаларҙың 70-75 проценты тағы килә”, - ти лагерь етәкселеге.

Кескәй ял итеүселәр уңайлы шарттары булған ике ҡатлы биш кирбес корпуста йәшәй. Уларҙың һәр береһендә ял бүлмәләре бар, бында төрлө өҫтәл уйындары уйнарға мөмкин.

Ашхана ике ҡатлы айырым бинала урынлашҡан, унда бер ыңғайҙан 250 бала туҡлана. Лагерь етәкселеге һәр ваҡыт экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә.

“Дуҫлыҡ” спорт-һауыҡтырыу йүнәлешендә эшләгән учреждение булараҡ, бында спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә, балаларҙы физик йәһәттән сыныҡтырыуға ҙур иғтибар бирелә. Биләмәлә ике бассейн, ҙур футбол яланы бар, уның ситенән Европа стандарттарына тура килтереп эшләнгән хәүефһеҙ япмалы йүгереү юлы эшләнгән. Шулай уҡ балалар бадминтон, волейбол, баскетбол майҙансыҡтарында ла иртәнән алып кискә тиклем шөғөлләнә ала.

Быйылғы йәйге ял кампанияһы барышында “Дуҫлыҡ” спорт-һауыҡтырыу лагерында өс смена ойошторола. Уларҙың тәүгеһе 7 июндән 27 июнгә тиклем эшләгән. Әлеге ваҡытта, 21 июлгә тиклем, икенсе смена үҙ эшен дауам итә. Ә инде 25 июлдә бында өсөнсө сменала ял итәсәк балаларҙы ҡабул итәсәктәр. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: лагерҙың бөтә сменаларына ла юлламалар әле үк һатылып бөткән.

Бында килгән балалар физик йәһәттән нығынып, үҙҙәренә яңы дуҫтар табып, онотолмаҫ тәьҫораттар алып таралыша.

Фотолар “Дуҫлыҡ” лагерының сайтынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас