

Мәктәптәрҙә уҡыу тамамланды, көндөҙгө лагерҙар ҙа үҙ эшен йомғаҡланы, белем усаҡтарының бүлмәләре һәм коридорҙары тынып ҡалды. Шулай ҙа мәғариф – бер ваҡытта ла туҡтауҙы белмәгән, һәр ваҡыт хәрәкәттә булған система. Әлеге ваҡытта белем усаҡтары етәкселәре уҙған уҡыу йылының һөҙөмтәләрен барлап, киләсәккә эш йүнәлештәре билдәләү, балаларҙы яңыртылған матур мәктәптә ҡаршылау, яңы көс менән уҡыу йылын башлау һәм башҡа хәстәрлектәр менән яна. Өфө ҡалаһындағы Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы директоры Булат ЗИНУРОВ менән әңгәмәбеҙ ҙә ошо юҫыҡта ҡоролдо.
– Булат Илшад улы, гимназия директоры вазифаһындағы тәүге йыл нисек үтте? Өйрәнеп китеү ауыр булманымы?
– Бик иҫтәлекле көндә – 5 октябрҙә – Уҡытыусылар байрамында гимназия директоры вазифаһында эш башланым. Өйрәнеү ауыр булды, тип әйтә алмайым, сөнки быға тиклем З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт мәктәбен етәкләп, күпмелер тәжрибә туплағайным. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһында эшләү осоронда күп мәктәптәрҙә, шул иҫәптән 20-се башҡорт гимназияһында ла булырға тура килде. Шуға күрә белем усағы менән аҙмы-күпме таныш инем.
Ғәҙәттә, үҙемә ике, өс йәки биш йыллыҡ күҙаллауҙар эшләйем, йәғни йүнәлештәр, маҡсаттар билдәләйем. Әлбиттә, беренсе йыл ниндәйҙер кимәлдә танышыу, өйрәнеү өсөн ваҡыт талап итте, әммә был осорҙо тиҙерәк үтеп, аныҡ эштәргә тотонорға, һөҙөмтәләргә өлгәшергә тигән маҡсат ҡуйҙым.
– Бөгөн тәүге һөҙөмтәләр, башҡарылған эштәр тураһында һөйләп буламы?
– Була, тип уйлайым. Ғәҙәттә, милли мәктәптәрҙә балалар йырлай ҙа бейей генә тигән фекер таралған. Әлбиттә, был һәләт, йыр-моңға тартылыу ҡаныбыҙға һеңгән. Шулай ҙа беҙ башҡорт балалары араһынан бына тигән техник белгестәр, инженерҙар, табиптар һәм башҡа һөнәр эйәләре сыға ала тигән фекерҙе танытыуҙы ла маҡсат итеп ҡуябыҙ. Ошо йүнәлештәге эште әүҙемләштереп, робот техникаһы түңәрәге астыҡ, программалау буйынса етди шөғөлләнергә ниәт бар. Яңы уҡыу йылынан электр энергетикаһы класы асабыҙ. Бының өсөн Салауат ҡалаһындағы “АСТ” компанияһы менән килешеү төҙөлдө. Ул VII-XI класс уҡыусылары өсөн физика йүнәлешендәге электив курстар рәүешендә бойомға ашырыласаҡ. Балалар төштән һуң шөғөлләнәсәк, уларға лекциялар, осрашыуҙар, семинарҙар, эре энергетика предприятиеларына экскурсиялар ойоштороласаҡ. Һөҙөмтәлә уҡыусыларыбыҙ гимназияны тамамлауға аныҡ һөнәри йүнәлеш аласаҡ, илебеҙ иҡтисадында мөһим урын тотҡан тармаҡ менән ярайһы уҡ яҡшы таныш буласаҡ. Шулай уҡ киләсәктә Иваново дәүләт энергетика университеты менән килешеү төҙөп, “Мәктәп – вуз – предприятие” тигән сылбыр булдырыу идеяһы ла бар.
Хеҙмәт дәресен яңыса ойоштороу мөмкин булды. Хәҙер беҙҙең уҡыусылар был дәресте эргәбеҙҙә генә урынлашҡан Республика балалар технопаркында үткәрә.
Етәксе булараҡ, уҡытыуҙың сифатына етди иғтибар бирәм. Коллегаларыма ла “Төплө белем биргән уҡытыусыны уҡыусы үҙе эҙләп таба” тип әйтәм.
– Белеүебеҙсә, үткән уҡыу йылында һеҙ гимназия-лицей тибындағы белем усаҡтары менән дә килешеүҙәр төҙөнөгөҙ. Бының асылы нимәлә?
– Ғөмүмән, дуҫтар ни тиклем күберәк, мөмкинлектәр ҙә шул тиклем киңерәк була бара, тигән фекерҙәмен. Иң тәүҙә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназияһы, артабан Республика инженер лицей-интернаты, Дим биҫтәһендәге 2-се “СМАРТ” Республика полилингваль күп профилле гимназияһы менән килешеүҙәр төҙөнөк. Уларға ярашлы уҡытыусылар өсөн семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү буйынса эш башланыҡ. Ҡайһы мәктәп ниндәй йүнәлештә көслө, шул йәһәттән тәжрибә уртаҡлаша. Икенсе йүнәлеш – уҡыусыларҙың үҙ-ара аралашыуына булышлыҡ итеү. Башҡорт мәктәптәре ниндәйҙер кимәлдә башҡорт йәштәрен берләштергән, уларға танышыу, аралашыу мөмкинлеге биргән үҙәктәр булырға тейеш. Өфө кеүек ҙур ҡала шарттарында был – айырыуса мөһим һәм кәрәкле эш.
Бер үк ваҡытта юғары уҡыу йорттары менән дә хеҙмәттәшлек итәбеҙ, айырыуса Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы менән ныҡлы бәйләнеш булдырылған. Киләсәктә медицина һәм аграр университеттар менән дә тығыҙ эшмәкәрлек итеү йәһәтенән эштәр алып барыла.
– Шаулап-гөрләп сығарылыш кисәләре үтте. Быйылғы БДИ һөҙөмтәләренән ҡәнәғәтһегеҙме?
– Шәхсән үҙем өлгәшелгәндәр менән ҡәнәғәт булмау яҡлымын, сөнки ҡәнәғәтлектең үҫешкә ҡамасаулауы ла бар. Шулай ҙа уҡыусыларҙың һөҙөмтәләренә килгәндә, Берҙәм дәүләт имтиханын уңышлы ғына тапшырҙылар. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда ҡайһы бер фәндәр, мәҫәлән, рус теле буйынса юғары балл йыйыуға өлгәшкәндәр һаны артты. Сығарылыш уҡыусыларының барыһының да үҙ белемен лайыҡлы күрһәтеп, урта белем тураһында документҡа эйә булыуы – ҙур ҡыуаныс. Киләсәктә һәр береһе тормошта үҙ урынын тапһын, илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн кәрәкле, лайыҡлы шәхестәр булһын, тигән теләктә ҡалам.
– Тәрбиәүи йәһәттән нимәләргә иғтибар йүнәлттегеҙ?
– Беҙҙең гимназияла уҡыу бер сменала алып барылғанлыҡтан төштән һуң рәхәтләнеп түңәрәктәр, спорт секциялары эшмәкәрлеген ойошторорға мөмкинлек бар. Шуға күрә өҫтәмә белем биреү йүнәлешендәге эштәрҙе әүҙемләштереп ебәрҙек. Әлеге ваҡытта 30-ҙан ашыу түңәрәк һәм спорт секцияһы эшләй, түләүлеләре лә, бушлай шөғөлләнергә мөмкин булғандары ла бар. Мәҫәлән, милли көрәш секцияһын асҡайныҡ, бөгөн 30-лап егет бик теләп шөғөлләнә. Шулай уҡ “Өфө” футбол клубы менән берлектә футбол секцияһы асып ебәрҙек, уның ярҙамы менән үҙебеҙҙең футбол майҙансығын төҙөү эше башланды. Мультимузыкант Зәйнетдин үҙенең бейеү мәктәбен асты, унда ла балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә.
Уҡытыу һәм тәрбиәүи маҡсатта башҡарған тағы бер яңылығыбыҙ: үткән уҡыу йылында гимназияла Фатима Мостафина исемендәге кабинет-музей һәм башҡорт теле, әҙәбиәте, мәҙәниәте үҙәге булдырҙыҡ. Ғөмүмән, Фатима Мостафинаның яҡты хәтерен мәңгеләштереү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылды: ул тыуып үҫкән Һамар өлкәһе менән бәйләнештәр нығытылды. Шәхесебеҙҙең тыуған төйәгендә булып, ундағы мәктәп менән килешеү төҙөнөк. Уларҙа ла беҙҙәге ише башҡорт теле, әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҙәге асылды һәм онлайн алымда уртаҡ саралар, дәрестәр үткәрелде. Шулай уҡ гимназиябыҙҙа Фатима Мостафина исемендәге премия булдырҙыҡ. Быйыл Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында тәүге лауреаттар тәбрикләнде. Был маҡтаулы исемгә уҡыусылар араһынан Динә Хәйбуллина менән Камила Ҡыуатова, уҡытыусыларҙан Менәүәрә Әбделхәй ҡыҙы Мәҡсүтова, йәмәғәт эшмәкәрҙәренән “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева лайыҡ булды. Артабан беҙ уны йыл һайын декабрь айында, шәхесебеҙҙең тыуған көнөндә, Фатима Мостафина исемендәге фәнни-ғәмәли конференцияны йомғаҡлау сараһында тапшырырға килештек.
– Белеүебеҙсә, гимназиялағы ҡыҙыҡлы яңылыҡтарҙың береһе – дәрескә саҡырған йәки уның тамамланыуын белдергән ҡыңғырау.
– Эйе, беҙҙә ҡыңғырау ҙа үҙенсәлекле “сыңлай”. Ғәҙәти ҡыңғырау тауышы урынына дәртле көй яңғырай, унан инде “Дәрес башлана! Һеҙ булдыраһығыҙ!” йәки “Дәрес тамам. Һеҙ – Башҡортостандың киләсәге!” һәм башҡа төрлө саҡырыуҙар яңғырай. Балаларға бик оҡшай. Улар дәртле көйҙәргә ҡушылып бейеп тә китә. Тәүгеһен музыкант Зәйнетдин менән яҙҙырғайныҡ, икенсеһен Ринат Рамаҙанов менән эшләнек. Артабан һәр сирек һайын яңыртып торорға уйлайбыҙ. Был башланғысыбыҙҙы хатта Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар ҙа оҡшатты.
– Һеҙ ниндәй директор? Етәкселек итеүҙең ниндәй алымдарына өҫтөнлөк бирәһегеҙ?
– Минең бүлмәмдең ишеге һәр ваҡыт асыҡ тора, ҡабул итеү өсөн махсус ваҡыт та билдәләмәгәнмен: кем ҡасан теләй – шунда мөрәжәғәт итә ала. Был уҡытыусыларға, уҡыусыларға, ата-әсәләргә – барыһына ла ҡағыла. Өлкән кластарҙа “Директор сәғәте” алып барам. Уны уҡыусылар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә ҡорам. Балалар үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы, теләктәрен, тәҡдимдәрен тартынмай әйтә ала. Башта улар һағайып ҡарай ине, хәҙер был дәрестәр бик йәнле үтә, ихлас аралашыуға ҡорола. Уҡыусыларҙың тәҡдимдәрен мотлаҡ иҫәпкә алам, теләктәрен, әгәр улар нигеҙле булһа, үтәргә тырышам.
Ҡайҙандыр, кемдәндер әҙерҙе көтөп ултырмау яҡлымын. Мәҫәлән, федераль программала ҡатнашып, урам майҙансығы булдырыуға өлгәштек, хәҙер унда уҡыусылар рәхәтләнеп шөғөлләнә. 40 компьютер, яңы китаптар алыу, мобиль кластарҙың базаһын нығытыу мөмкин булды. “Хәрәкәттә – бәрәкәт” тип халҡыбыҙ юҡҡа әйтмәгән, хәрәкәт булған ерҙә үҫеш тә була, уҡыусыларҙы ла, коллективты ла шуға әйҙәргә тырышам.
– Һәр ваҡыт шулай ҙур маҡсаттарға ынтылып эшләргә, йәшәргә яҙһын! Уңыштар һеҙгә!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА