

“Тау һауаһы” тип аталған балалар һауыҡтырыу лагеры Мәләүез ҡалаһынан 40 саҡрым алыҫлыҡта, республикабыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәт мөйөшөндә – “Башҡортостан” милли ҡурсаулыҡ паркы биләмәһендә урынлашҡан. Ул балалар һәм ғаилә ялын ойоштороу буйынса махсуслаша.
Бында ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған: балалар өс ҡатлы заманса корпустарҙағы бүлмәләрҙә йәшәй. Балалар һәм спорт ҡаласыҡтары, минибильярд, өҫтәл теннисы, компьютер залы, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары, йәйге сәхнә – барыһы ла ял итеүселәрҙең ялын ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп ойоштороуҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән. Әйткәндәй, “Тау һауаһы” йыл әйләнәһенә ҡабул итә.
Иртәгә, 16 июлдә, лагерҙа өсөнсө ял сменаһы эш башлай. Бығаса ике смена ойошторолоп, һәр сменала республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 370-әр бала һаулығын нығытып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтҡан.
- Балалар һауыҡтырыу лагерында кескәйҙәр менән 28 вожатый, 12 педагог эшләй. Беҙ һәр ваҡыт ҙур тәжрибәгә эйә, балалар менән уртаҡ тел тапҡан педагогтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ, вожатыйҙар ҙа етди һайлап алыу аша эшкә йәлеп ителә, - тип һөйләне лагерь директоры урынбаҫары Алевтина Анатольевна Брежнева.
Лагерҙа балаларҙы һауыҡтырыуға, төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтереүгә, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Биләмәлә өс бассейн бар, йәғни балалар ҡояш ванналары ҡабул итеп, һыуҙа ҡойоноп, сәләмәтлеген нығыта. Ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлегенә, һаулыҡ торошона ла етди иғтибар бүленә – медицина пункттары заманса йыһазландырылған, уларҙа үҙ эшенең оҫтаһы булған хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Туҡланыу биш тапҡыр. Технолог һәм ашнаҡсылар уны мөмкин тиклем файҙалы, тәмле итеп ойоштороу өсөн тырыша. Етәкселек тик һыналған предприятиелар менән хеҙмәттәшлек итә, экологик йәһәттән таҙа аҙыҡ-түлек кенә һатып ала.
Матур традицияға ярашлы, һәр смена башында “ГорВозДуманың министрҙар кабинеты”на һайлау үтә, шулай итеп, балалар ҡарар ҡабул итергә, идаралыҡ нескәлектәренә өйрәнә. Мәҫәлән, уҙған сменала илһөйәрлек рухындағы саралар, “Йәш армиясы” көнө, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы ойошторолған кисә, “Мин уңышты һайлайым!”, “Йәшерен дуҫ”, йәнһүрәттәр фестивале һәм башҡа саралар гөрләп үткән.
- Балалар өсөн мауыҡтырғыс түңәрәктәр ойошторолдо. Улар йыр-бейеү, һүрәт төшөрөү йәһәтенән һәләттәрен күрһәтте, тегергә, сигергә өйрәнде, үҙебеҙҙең кондитерҙар ярҙамында тәмлекәстәр әҙерләне. Күптәргә компьютер класында шөғөлләнеү оҡшай, бында 3D принтер ярҙамында төрлө әйберҙәр эшләү мөмкинлеге булдырылған. Ғөмүмән, беҙҙең лагерға килгән балаларҙың һәр көнө файҙалы, ҡыҙыҡлы үтә. Улар үҙҙәренә яңы дуҫтар табып, сәләмәтлеген нығытып, яңы уҡыу йылына көс-дәрт туплап таралыша, - ти Алевтина Анатольевна.
Фотолар: “Тау һауаһы” лагерының социаль селтәрҙәге төркөмөнән.