Белем һәм тәрбиә
15 Июль 2022, 12:50

Уҡырға ла, һаулыҡты нығытырға ла мөмкин

Бөтә Рәсәй балалар үҙәге йүнәлешен үҙәгәртте.

Уҡырға ла, һаулыҡты нығытырға ла мөмкинУҡырға ла, һаулыҡты нығытырға ла мөмкин
Уҡырға ла, һаулыҡты нығытырға ла мөмкин

Быйыл Евпаторияла “Ал елкәндәр” исемле яңы Бөтә Рәсәй балалар үҙәге үҙ ишектәрен асты. Элек унда етем балалар ял итте. 2021 йылда етемдәргә тәғәйенләнгән Рәсәйҙең шифахана-реабилитация үҙәгендә Башҡортостандан алты бала һаулығын нығытты.

Быйылдан башлап үҙәктең йүнәлеше үҙгәрҙе.  “Ал елкәндәр” Бөтә Рәсәй балалар үҙәге – уҡыу-уҡытыу һәм  медицина базаһы булған федераль кимәлдәге беренсе ойошма. Бында балалар уҡый ҙа, ял да итә, һаулыҡтарын да нығыта.

Сменала ҡатнашыусылар – соматик ауырыуҙары булған, һаулыҡ мөмкинлеге сикле, COVID-19 сирен үткәргән уҡыусылар. Был балалар үҙәгенә дауаланыуға һәм ял итеүгә төбәктән бүленгән квота буйынса  эләгергә мөмкин.

Уҡыусылар өсөн бында төрлө йүнәлештәге сменалар әҙерләнгән. Уның сиктәрендә балалар “Минең Рәсәйем - минең илем” милли ижад фестивалендә, милли аш-һыу көндәрендә һәм башҡа күп төрлө ҡыҙыҡлы  сараларҙа ҡатнашып өлгөргән. Алда йәнә ике йәйге смена көтә – “Үҙ йондоҙоңдо ҡабыҙ” һәм “Таланттар марафоны”.

Балалар менән юғары квалификациялы персонал – уҡытыусы-дефектологтар, логопедтар, педагог-психологтар, социаль педагогтар, вожатыйҙар, табип-педиатрҙар, тар белгестәр эшләй.

Фото: disk.yandex.ru

  

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас