

Быйыл 1 авгусҡа тиклем республика Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге кампусын төҙөүгә федераль аҡса алыуға ғариза тапшыра. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов һөйләне.
Уның әйтеүенсә, Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы ҡарары менән республика өсөн торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса хаҡы артты, шуға ярашлы, федераль бюджеттан капиталь грант ҡайтанан иҫәпләнде.
Радий Хәбиров ғилми-белем биреү үҙәге аспиранттарының һәм ғалимдарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға айырым иғтибар бирергә ҡушты. Ул юғары мәктәп хеҙмәткәрҙәре өсөн мәсьәләне йылдам хәл итеү тәртибе тураһында уйларға ҡушты.
Әле Башҡортостанда мәктәпте тамамлаусыларҙы юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары менән тәьмин итеү кимәле 87,9 процент тәшкил итә. Республика Башлығы билдәләүенсә, был өлкәлә күрһәткестәр яҡшыра бара, шул уҡ ваҡытта уны 100 процентҡа еткерергә кәрәк.
Фото: bashinform.ru/news