

Республикаға идара итеү үҙәгендә үткәрелгән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге тураһында телмәр тотто.
Уның әйтеүенсә, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге – Рәсәйҙә федераль статусҡа эйә булған 15 ғилми-белем биреү үҙәктәренең береһе. Ул ете университетты, өс ғилми ойошманы, иҡтисадтың реаль секторындағы 26 предприятиены берләштерә. 2020 йылда Ғилми-белем биреү үҙәктәре советы төбәктәрҙе конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙың еңеүселәрен раҫланы – Евразия ғилми-белем биреү үҙәге федераль статусҡа эйә булып, үҫеш өсөн субсидия алды.
Быйыл үҙәктең Рәсәй ғилми фонды менән берлектәге программаһына йомғаҡ яһалды, республика ғалимдарының ете проекты 34 миллион һумдан ашыу күләмдә ярҙам алды.
Руслан Ҡаҙыханов билдәләүенсә, ҙур федераль проекттарҙа һәм программаларҙа ҡатнашыу университеттарҙың тикшеренеү функцияһын көсәйтеүгә булышлыҡ итә. Ғилми-белем биреү үҙәктәренең идеологияһы тап ошонан ғибәрәт тә инде, төбәктә фәнни-технологик үҫештең өҫтөнлөктәрен асыҡлау, уларға ресурстарҙы туплау һәм берләшеп төрлө ярҙам сараларынан файҙаланыу. 2020 йылдың авгусынан Евразия ғилми-белем биреү үҙәгендә университеттарыбыҙҙы “Өҫтөнлөк-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыуға әҙерлек башланды. Был исемлеккә өс юғары уҡыу йорто инде һәм гранттың махсус бүлектәренә лайыҡ булды. Беҙ ил картаһында юғары уҡыу йорттарыбыҙҙың конкурентлыҡ ҡеүәһен ярайһы уҡ үҙгәрттек.
“Киләһе аҙым – быйыл сентябрҙә уңышты нығытыу һәм грант алыусыларҙың юғарыраҡ категорияһына күсеү, – тип белдерҙе Руслан Ҡаҙыханов. – Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең студенттар кампусы проектын тормошҡа ашырыу йәһәтенән дә эште дауам итәбеҙ".
Ул шулай уҡ карбон полигоны тураһында ла һөйләне. “Беҙ полигонды ҡорамалдар менән йыһазландырыуға федераль ҡаҙнанан 34 миллион һум алдыҡ, унда республика аҡсаһы өҫтәлә, йәнә августа полигон участкаларында фәнни-баҫыу эштәрен башҡарыуға федераль субсидия ла бүленә.
Ғилми-белем биреү үҙәге эшмәкәрлегендә тағы ла бер компонент – ул мәғариф. Ғилми-белем биреү үҙәгенең идарасы компанияһы структураһында ойошторолған Компетенцияларҙы үҫтереү үҙәге фәнде популярлаштырыу, яңы компетенциялар буйынса тикшеренеүселәр әҙерләү йәһәтенән ҙур эш алып бара. Төп бурыс – Башҡортостан Башлығының йыл аҙағына студенттар, йәш ғалимдар өсөн 200 стажировка ойоштороу тураһындағы күрһәтмәһен үтәү.
Башҡортостан Башлығының фән мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе алдынғы инженерлыҡ мәктәптәрен ойоштороу проектының 2030 йылға тиклем Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеш башланғыстары исемлегенә индерелеү тураһында ла әйтте. Яңы инженерлыҡ мәктәптәрендә техниканы һәм технологияларҙы үҫтереүҙең көнүҙәк йүнәлештәре буйынса әҙерлек алып барыласаҡ. 30 юғары уҡыу йорто һайлап алынды, уларҙың нигеҙендә ошондай мәктәптәр асыу күҙаллана. Ғилми-белем биреү үҙәгенең авиация университеты – ошо еңеүселәр иҫәбендә.
Инженерлыҡ мәктәптәренең төп өҫтөнлөгө – юғары технологиялы компанияларҙа стажировка үтеү өсөн гранттар, инженерҙарҙы йылдам әҙерләү программалары. 2024 йылға республика үҙ эшен яҡшы белгән 750 инженерға эйә буласаҡ.
Руслан Ҡаҙыханов киләсәккә пландар тураһында ла телмәр тотто. Ул Университет технологик эшҡыуарлығы платформаһы тигән яңы федераль проектты телгә алды, Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығының йәштәр лабораторияларын ойоштороуға ғаризаларҙы конкурс нигеҙендә һайлап алыуға йомғаҡ яһауы хаҡында ла белдерҙе.
Был конкурстың үҙенсәлеге – йәштәр лабораториялары донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәктәрендә асыла. Рәсәй Хөкүмәтенең йәштәр лабораторияларын ойоштороу тураһындағы башланғысына ярашлы, Башҡортостандан Рәсәйҙең йәш перспективалы ғалимдар етәкселегендә яңы лабораториялар булдырыуға һигеҙ ғариза ебәрелде.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.