Белем һәм тәрбиә
20 Июль 2022, 14:00

Яңы уҡыу йылын – яңыртылған мәктәптәрҙә

Павел Качкаев федераль программаға ярашлы мәктәптәрҙе ремонтлау барышын тикшерҙе.

Яңы уҡыу йылын – яңыртылған мәктәптәрҙәЯңы уҡыу йылын – яңыртылған мәктәптәрҙә
Яңы уҡыу йылын – яңыртылған мәктәптәрҙә

Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев эш сәфәре менән Дәүләкән һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында булды. Ул “Берҙәм Рәсәй”ҙең “Яңы мәктәп” проектына ярашлы капиталь ремонт барған бер нисә социаль әһәмиәтле объектты ҡараны.

Программа сиктәрендә объекттарҙа эш барышын контролдә тотоу бурысы бөтә кимәлдәге депутаттарға йөкмәтелгән, был башланғыс партияның халыҡ программаһында нығытылған.

Дәүләкән ҡалаһында Павел Качкаев район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Виктор Маслов оҙатыуында 4-се лицей бинаһында ремонттың нисек барыуы менән танышты. Бөгөн бында ҡыйыҡ һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу тамамланған, яңы коммуникациялар һалына, бинаның алғы яғын һәм запас сығыу юлдарын төҙөкләндереү, туҡланыу блогын ремонтлау, иҙәнде яңыртыу эштәре бара. План буйынса капиталь ремонт 25 авгусҡа тамамланырға тейеш.

Шулай уҡ депутат Дәүләкән районының Калиновка ауылында халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбендә булды. Бында ул илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге физика-математика лицейҙарында уҡыған һәм әле Дәүләкәнгә ялға килгән талантлы балалар менән аралашты.

Ҡырмыҫҡалы районында депутат Константиновка, Олокүл ауылдарындағы федераль программаға индерелгән мәктәптәрҙе реконструкциялау барышын тикшерҙе. Сәфәрҙә уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Валерий Волик, “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Зөлфиә Бәхтийәрова оҙатып йөрөнө. Әлеге ваҡытта биналарҙа йылытыу системаһы, иҙәндәр яңыртылған, стеналары тигеҙләнгән, электр сымдары алмаштырылған. Стеналарҙы буярға, плитәләр йәбештерергә, ишектәр ҡуйырға һәм биләмәне төҙөкләндерергә генә ҡалған.

“Мәғарифтың мәктәп системаһын яңыртыу” программаһы бөтә илдә, шул иҫәптән республикабыҙҙа ла тормошҡа ашырыла. Ул, биналарҙы ремонтлауҙан тыш, эске йыһазландырыуҙы, кластарҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итеүҙе, биләмәне төҙөкләндереүҙе лә үҙ эсенә ала, - тине Павел Качкаев. - Дөйөм алғанда, эштәр һәйбәт бара, уларҙы каникул аҙағынаса тамамларға кәрәк, балалар уҡыу йылын яңыртылған мәктәптәрҙә башларға тейеш”.

Эш сәфәре аҙағында Дәүләт Думаһы депутаты Һәүәләй ауылының почта бүлексәһен ҡараны, унда ла федераль программаға ярашлы яңыртыу эштәре бара. Төҙөүселәр, киләһе аҙнала объектты файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйбеҙ, тип белдерҙе.

Фото: “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы бүлексәһе.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас