

Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев эш сәфәре менән Дәүләкән һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында булды. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Яңы мәктәп” проекты буйынса капиталь ремонт барған бер нисә мөһим социаль объектты ҡараны.
Программаға ярашлы, объекттарҙағы эш барышын бөтә кимәлдәге депутаттарға контролдә тотоу бурысы ҡуйылған, ул партияның халыҡ программаһы алдында нығытылған. Дәүләкән ҡалаһында Павел Качкаев район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Виктор Маслов оҙатыуында 4-се лицей бинаһында ремонт эшләнеүен ҡараны. Әле ҡыйыҡ һәм тәҙрәләрен алмаштырғандар, яңы коммуникация һалына, фасадын һәм авария ваҡытында сығыу урынын, аҙыҡ-түлек блогын эшләү, иҙәндәрҙе бетон менән тигеҙләү бара. План буйынса капиталь ремонт 25 авгусҡа тамамланырға тейеш.
Депутат Дәүләкән районы Калиновка ауылындағы халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбендә булды, унда илебеҙҙең бөтә төбәктәренән физика-матетика лицейҙарынан килеп ял иткән һәләтле балалар менән аралашты.
Депутат Ҡырмыҫҡалы районында Константиновка һәм Олокүл ауылдарында мәктәптәрҙе төҙөкләндереү барышын ҡараны, улар ҙа федераль программаға индерелгән. Ремонт эштәре барышы менән район хакимиәте башлығы урынбаҫары Валерий Волик, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе башҡарма секретары Зөлфиә Бәхтийәрова таныштырҙы. Әлеге ваҡытта бинаның йылытыу системаһы яңыртылған, иҙән түшәлгән, диуары һыланған, электр сымдары алмаштырылған. Буяу, плитә йәбештереү, ишек ҡуйыу һәм биләмәне төҙөкләндереү кеүек эштәр ҡалған.
– “Мәғариф системаһында мәктәптәрҙе яңыртыу” программаһы бөтә ил буйлап ғәмәлгә ашырыла, шул иҫәптән беҙҙең республикабыҙҙа. Ул биналарҙы ремонтлауҙы, шулай уҡ эсен йыһазландырыуҙы, кластарҙы заманса ҡорамалдар, инвентарҙар менән тәьмин итеүҙе, биләмәне төҙөкләндереүҙе үҙ эсенә ала. Дөйөм алғанда, эштәр яҡшы бара, – тине Павел Качкаев.
Эш сәфәре аҙағында депутат Һәүәләй ауылындағы почта бүлексәһен ҡараны, ул да федераль программа нигеҙендә яңыртыла. Төҙөүселәр объектты икенсе аҙнала тапшырасағын белдерҙе.
Фото “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлеге сайтынан.