Белем һәм тәрбиә
21 Июль 2022, 07:00

“Республиканың ике ҙур юғары уҡыу йортон ҡушыу – тарихи ваҡиға”

Өфө фән һәм технологиялар университетын ойоштороу мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙарға Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров яуап бирҙе.

“Республиканың ике ҙур юғары уҡыу йортон ҡушыу – тарихи ваҡиға”“Республиканың ике ҙур юғары уҡыу йортон ҡушыу – тарихи ваҡиға”
“Республиканың ике ҙур юғары уҡыу йортон ҡушыу – тарихи ваҡиға”

Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры Валерий Фальков ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты базаһында яңы юғары уҡыу йорто булдырылыуы хаҡында иткәйнек. Ул Өфө фән һәм технологиялар университеты тип аталасаҡ.

Башҡортостан юлдаш телеканалының “Интервью” тапшырыуында Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров ҡатнашып, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

“Был бойороҡҡа ҡул ҡуйылыу көтөлгән хәл ине, уға әҙерлек ярайһы күп ваҡытта дауам итте. Был хаҡтағы рәсми хәбәрҙең “Шүлгәнташ” музей комплексын асыу тантанаһы барышында һәм Халыҡ-ара фән йылын асыу мәлендә иғлан итеүе символик мәғәнәгә эйә”, - тип билдәләне Вадим Петрович әңгәмә башында.

Һеҙҙең иғтибарға ошо тапшырыуҙа яңғыраған һорауҙар һәм яуаптарҙың иң мөһим өлөшөн тәҡдим итәбеҙ.

- Был берләшеүҙең төп маҡсаты нимәлә? Был ни өсөн кәрәк булды һәм шулай мөһим һанала?

- Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә юғары белем биреү системаһын яңыртыу йәһәтенән киң даирәле программа эш башланы, ул “Өҫтөнлөк-2030” тип атала. Унда ингән юғары уҡыу йорттарына үҫеү, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ҙур ярҙам күрһәтеләсәк. Башҡорт дәүләт университеты ла был программала ҡатнашыу өсөн заявка әҙерләне. Ул Өфө дәүләт авиация техник университеты белгестәре менән берлектә эшләнде. Унда 2030 йылға тиклем берләшкән уҡыу йортоноң үҫеш программаһы билдәләнде. Уны тормошҡа ашырыу өсөн финанслау бүленде. Шуның менән беҙ Рәсәй Федерацияһының юғары белем биреү системаһын үҫтереү программаһының көн тәртибенә инә алдыҡ.

Өфө фән һәм технологиялар университетын булдырыуҙың республика кимәлендә тормошҡа ашырылған ҙур проекттарға ҡатнашлығы ла буласаҡ. Бында һүҙ донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәге, Вуз-ара студент кампусы, Фән һәм мәҙәниәт йорто төҙөлөшө һәм башҡалар тураһында бара.

- Ике уҡыу йортон ҡушыу нисегерәк ойоштороласаҡ? Мәҫәлән, бөгөн уҡып йөрөгән студенттарға ул нисек ҡағыласаҡ?

- Бөгөнгө студенттар ниндәй шарттарҙа уҡырға ингән, улар өсөн шулар һаҡланасаҡ. Ә дипломда “Башҡорт дәүләт университетына йәки Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инде”, “Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамланы” тигән яҙыу буласаҡ.

Быйылғы ҡабул итеү кампанияһы уҡыу йорттарында айырым алып барыла, ә уҡырға ингән студенттар яңы исем менән аталған университетта уҡый башлаясаҡ.

Республиканың ике эре юғары уҡыу йортон ҡушыу – тарихи ваҡиға, бындай проекттар быға тиклем беҙҙә булғаны юҡ ине әле. Студенттар һаны буйынса ул Мәскәү дәүләт университетын да уҙып китәсәк. 2024 йылға беҙҙең яңы юғары уҡыу йорто милли-тикшеренеү университеты статусына эйә буласаҡ.

Редакциянан:

Бөгөн, 21 июлдә, 19.00 сәғәттә БЮТ каналында Өфө фән һәм технологиялар университетын ойоштороу мәсьәләләренә арналған тура бәйләнеш – брифинг үтә. Яңы уҡыу йортонда белем биреү процесы нисек ойошторолор? Юғары уҡыу йорттарын берләштереү студенттарға нисек йоғонто яһар? Саҡырылған ҡунаҡтар һәм эксперттар Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирә.

Брифингты Башҡортостан юлдаш телеканалы, Республикаға идара итеү үҙәге, Башҡортостан Хөкүмәте һәм "Аңлатабыҙ. Башҡортостан" төркөмөндә ҡарай алаһығыҙ. Үҙегеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы түбәндәге һылтанма аша үтеп, яҙып ҡалдырырға мөмкин: https://vk.com/wall-201146046_41011

Фото: видеояҙманан скриншот.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас