

Бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Өфө фән һәм технологиялар университеты: яңы ҡарарҙар һәм ҙур мөмкинлектәр” тип аталған брифинг ойошторолдо. Ул Башҡортостандың ике ҙур юғары уҡыу йорто булған Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән яңы вуздың эшмәкәрлеген ойоштороу мәсьәләләренә арналды. Яңы университетҡа республика етәкселеге менән бер рәттән илдең фәнни йәмәғәтселеге лә ҙур өмөттәр бағлай. Ике юғары уҡыу йортон берләштереү Рәсәйҙә яңы ҡеүәтле һәм етди ғилми фекерҙәр үҙәге, белем биреү процесы һәм технологиялар барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Бөгөнгө тура бәйләнештә Башҡортостан Башлығының фән буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов, Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров, Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу эше буйынса проректоры Алексей Елизарьев ҡатнашты. Брифингты “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов алып барҙы.
Бер сәғәттән ашыу барған тура бәйләнеш барышында бихисап һорауҙар яңғыраны. Уларҙың иң мөһимдәренә ҡыҫҡаса туҡталып үтәбеҙ.
- Ике университетты ҡушыу яҡлыларҙың иң төп дәлилдәренең береһе – был бөгөнгө глобаль көнәркәшлек шарттарында юғалып ҡалмау өсөн мөһим һәм кәрәкле аҙым. Был дәлил ни дәрәжәлә нигеҙле?
Вадим Захаров:
- Бөгөн Рәсәйҙә лә, донъяла ла аҡыл, талант өсөн көнәркәшлек бара, беҙ барыбыҙ ҙа ошо шарттарҙа эшләйбеҙ. Шул көрәш барышында юғалып ҡалмау өсөн айырым өҫтөнлөктәргә эйә булыу шарт. Әлеге ваҡытта был йәһәттән ҙур мөмкинлектәр асылып тора. Яңы вуз студенттар һаны буйынса илдәге иң ҙур биш юғары уҡыу йортоноң береһе буласаҡ.
Өфө фән һәм технологиялар университеты республика кимәлендә тормошҡа ашырылған ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ла булышлыҡ итәсәк. Бында һүҙ донъя кимәлендәге Евразия фәнни белем биреү үҙәге, Вуз-ара студент кампусы, Фән һәм мәҙәниәт йорто төҙөлөшө һәм башҡалар тураһында бара.
- Өфө дәүләт авиация техник университеты берләшеүгә ҡағылышлы яңылыҡты ниндәй кәйефтә ҡабул итте? Был йәһәттән ниндәй тәүге аҙымдар яһала?
Алексей Елизарьев:
- Университетта эшлекле, ыңғай кәйеф хөкөм һөрә. Был ҡарарҙы берләшеүҙең мөһимлеген аңлап, заман талабы булараҡ ҡабул иттек. Берләшеүгә тиклем уҡ бөгөнгө көн талаптарына ярашлы эштәр киң алып барылды: яңы кафедралар, яңы программалар барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, быйыл ғына биш яңы йүнәлеш асылды.
- Әлеге ваҡытта ҡабул итеү кампанияһының иң ҡыҙған мәле. Абитуриенттар өсөн ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
Вадим Захаров:
- Быйылғы ҡабул итеү кампанияһы ике вуз өсөн дә үҙенсәлекле, йәғни яңы университет барлыҡҡа килеү шарттарында бара. Бөгөнгө абитуриенттар Башҡорт дәүләт университетына йәки Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инәсәк һәм Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыясаҡ. Ә бөгөнгө студенттар ниндәй шарттарҙа уҡырға ингән, улар өсөн шулар һаҡланасаҡ. Ә дипломда “Башҡорт дәүләт университетына йәки Өфө дәүләт авиация техник университетына уҡырға инде”, “Өфө фән һәм технологиялар университетын тамамланы” тигән яҙыу буласаҡ.
- Ике вузда ла бер-береһенә яҡын йүнәлешле, ниндәйҙер кимәлдә бер-береһен ҡабатлаған дисциплиналар бар. Улар менән нимә буласаҡ? Уҡытыусылар составына был нисек тәьҫир итәсәк?
Руслан Ҡазыханов:
- Бында хәүефләнер өсөн сәбәп юҡ. Мәҫәлән, ике вузда ла булған “Ғәмәли математика” ул барыбер бер-береһен тулыһынса ҡабатламай. Шуны ла иҫтә тоторға кәрәк: ике вузды ҡушыуҙан контингент кәмемәй, йәғни эш көсөргәнешлеге шул уҡ ҡала. Шуға күрә һәр кем бығаса башҡарған эшмәкәрлеген дауам итәсәк.
Вадим Захаров:
- Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министрлығы етәкселеге профессор-уҡытыусылар составында бер ниндәй ҙә ҡыҫҡартыуҙар, эшмәкәрлек даирәһен сикләү-кәметеүҙәр булмаясағын айырып билдәләне. Ә инде бер йүнәлешле кафедраларҙы, факультеттарҙы ҡушыу, яңыртыу процесы, әгәр улар нигеҙле булһа, яңы университеттың артабанғы эшмәкәрлеге дауамында заман талаптарына ярашлы алып барылыр, тип уйлайым.
- Яңы уҡыу йортоноң ректоры кем буласаҡ?
Руслан Ҡазыханов:
- Ул Рәсәй Федерацияһы гражданы буласаҡ, моғайын, йәше 30-ҙан өҫтә булыр. Вазифаға кемде һайлауҙы коллектив хәл итә, сөнки министрлыҡтың бойороғона ярашлы, был вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы тәғәйенләнә. Ул яңы университеттың штатын, идара органдарын булдыра. Ректорат, уҡыу советы барлыҡҡа килә. Унан инде яңы ректорҙы һайлау үтәсәк.
- Өфө дәүләт авиация техник университетындағы хәрби кафедра һаҡланасаҡмы?
Алексей Елизарьев:
- Эйе, әлбиттә. Бында ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү генә талап ителә.
Руслан Ҡазыханов:
- Был хәрби кафедра мотлаҡ һаҡланып ҡаласаҡ. Был йәһәттән ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн беҙ Оборона министрлығы менән эш башланыҡ.
- Уҡыу йорттарының филиалдары менән нимә буласаҡ?
- Улар үҙ эшмәкәрлеген яңы университет составында дауам итәсәк. Был хаҡта Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министрлығы тарафынан әҙерләнгән документта айырым билдәләнгән. Яңы университеттың алты филиалы буласаҡ, йәғни БДУ-ла эшләп килгән – дүрт һәм ӨДАТУ-ның ике филиалы Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалына әйләнә.