

Кисә Йылайыр районында, Һаҡмар буйында урынлашҡан "Дуҫлыҡ" балалар лагеры биләмәһендә дәртле, маҡсатлы, креатив ҡарашлы йәштәрҙе туплаған "Аҫылташ" йәштәр белем биреү форумы үҙ эшен башланы. Сарала 300-гә яҡын кеше ҡатнаша. Дүрт көн дауам итәсәк сарала йәштәр үҙ-ара таныша, төрлө лекцияларҙа ҡатнаша, спикерҙар менән осраша. Быйыл "Аҫылташ"тың юбилейы ла - ул бишенсе йыл рәттән үтә.
Форумды асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Яна Гайдук һәм башҡалар ҡатнашты. Борис Николаевич сара хаҡында "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә яҙма ҡуйҙы: "21-24 июлдә Йылайыр районында республиканың Йәш яҡташтар ассоциацияһы эгидаһы аҫтында "Аҫылташ-2022" форумы үтә. Быйыл да беҙҙә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән дәртле, маҡсатлы, заман менән бергә атлаған йәштәр йыйылды.Сарала ҡатнашыусыларға уңыштар теләйем"
Дүрт көн дауамында йәштәр үҫеш һәм ижад мөхитендә буласаҡ: "Үҫеш кимәле һәм реаль тормош араһында бәйләнеш булдырыу" панель дискуссияһы, ораторлыҡ оҫталығын, үҙ-үҙеңде күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, төрлө һөнәр вәкилдәре менән фекер алышыу үткәреү планлаштырылған.
Форумдың төп маҡсаты - үҫешкә ынтылған йәштәрҙе күреү, табыу, уларҙа артабан лидерлыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләү, йәштәр араһында төрлө йүнәлештә проекттар эшләп, грант яҡлауға тиклем юлдарҙы өйрәтеү, берҙәм команда менән эш итеү, республика йәштәрен бергә туплау, улар өсөн аралашыу майҙансығы булдырыу.
Фото: "Аҫылташ" төркөмө.