

Кисә Башҡортостан юлдаш телеканалында брифинг уҙыуы тураһында хәбәр иткәйнек. Унда Башҡортостан Башлығының фән буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов, Башҡорт дәүләт университеты ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының уҡытыу эштәре буйынса проректоры Алексей Елизарьев ҡатнашты. Тура бәйләнеш барышында яңғыраған иң мөһим фекерҙәргә туҡталабыҙ.
Өфө фән һәм технологиялар университетын ойоштороуға арналған брифинг барышында Башҡортостан Башлығының фән буйынса советнигы Руслан Ҡазыханов төбәктең юғары белем биреү өлкәһендә әле барған хәл-ваҡиғаларҙы тарихи тип атаны.
“Төбәк Башлығы Радий Фәрит улы төбәктә таланттарҙы туплау һәм йыйыу үҙәге булараҡ ҡеүәтле университет кәрәклеген аңлай. Уны булдырыу Башҡортостандың миграция йәлеп итеүсәнлегенә лә, төбәктә белем биреүҙең яңы кимәлен һәм сифатын тәьмин итәсәк юғары технологиялы эш урындарының артыуына ла булышлыҡ итәсәк”, - тип билдәләне Руслан Ҡазыханов.
Евразия ғилми-белем биреү үҙәген генә түгел, ҙур университетты ойоштороу тарихы ил Президенты Владимир Путиндың хуплауынан башланды.
Руслан Ҡазыханов билдәләүенсә, классик университет һәм авиация йүнәлешендәге уҡыу йорто базаһында яңы вуз ойоштороу башланғысына уларҙың киң профилле булыуы ла нигеҙ булып тора, сөнки бөгөнгө шарттарҙа донъя кимәлендәге университет көнүҙәк үҙгәрештәргә һәм донъя трендтарына тиҙ арала яуап бирергә тейеш.
Башҡорт дәүләт университеты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты ҙур федераль проекттарҙа ҡатнаша, улар илдең фәнни-белем биреү картаһында үҙ конкурентлыҡ позицияларын ярайһы уҡ нығытты. БДУ “Өҫтөнлөк-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнаша, ӨДАТУ алдынғы инженер мәктәбен төҙөүгә конкурста еңеү яулаған. Ике вуздың ресурстарын бергә туплау яңы университеттың позицияларын арттырырға ярҙам итәсәк.
Шулай уҡ брифинг барышында Руслан Казыханов ике университетты берләштереү бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмауын, бының заман талабы булыуын һәм киләсәк өсөн эшләнеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ ул был башланғыстың донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге эшмәкәрлеге программаһын тормошҡа ашырыуҙың бер этабы булыуын һәм төбәктә ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлектең киңәйеүенә булышлыҡ итеүен айырып билдәләне. “Әле ике университеттың уҡытыусылар составының 18 процентҡа яҡыны фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнә. Яңы университет был күрһәткесте 50 процентҡа еткереү бурысын ҡуя”, - тине ул.
Быға тиклемге яҙмаларыбыҙҙа билдәләп үтеүебеҙсә, юғары уҡыу йорттары етәкселеге документтар ҡабул итеү ваҡытын алдан һөйләшеп килеште, шуға күрә документтар тапшырғанда бер ҡыйынлыҡ та юҡ. Документтар һәр университеттың берләшкәнгә тиклемге ҡағиҙәләренә, талаптарына һәм йүнәлештәренә ярашлы тапшырыла. Вузға уҡырға инеүселәр артабан Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡый башлай һәм уның дипломын аласаҡ.
“Әгәр документтарығыҙҙы БДУ-ға ла, ӨДАТУ-ға ла тапшырһағыҙ, һеҙ икеләтә мөмкинлеккә эйә булаһығыҙ, йәғни бер “ояға ике яҡтан” инә алаһығыҙ. Ҡайҙа уңыш йылмая – шунда инәсәкһегеҙ, әммә барыбер Өфө фән һәм технологиялар университетында уҡыясаҡһығыҙ!” – тип билдәләне БДУ ректоры вазифаһын башҡарыусы Вадим Захаров.
Фото: bashedu.ru