

Бөгөн полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыу – республикабыҙҙа ғына түгел, тотош ил күләмендә киң ҡолас ала барған күренеш. Ул мәғариф тармағындағы көнүҙәк мөһим проекттарҙың береһе һанала. Бер нисә телдә белем биреүгә ҡоролған проект Алтай, Саха (Яҡут), Татарстан, Чечен, Ҡабарҙа-Балҡар, Сыуаш республикаларында, Төньяҡ Осетия-Аланияла, БДБ илдәренән Ҡаҙағстанда һәм Үзбәкстанда ғәмәлгә ашырыла.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы, был эшмәкәрлек беҙҙә лә киң танылыу ала бара. Әлеге ваҡытта Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында йәмғеһе дүрт полилингваль мәктәп эшләп килә. Яҡын арала уларҙың тағы ла артыуы көтөлә. Башҡортостан Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, Өфө ҡалаһындағы 44-се һәм 162-се полилингваль белем усаҡтары быйылдан 1-се һәм 2-се “СМАРТ” Республика полилингваль күп профилле гимназиялары итеп үҙгәртелде (быға тиклем улар муниципаль учреждениелар булды).
Бөгөн Башҡортостанда ошо йүнәлештә эшләгән мәғариф усаҡтарында 4800-ҙән ашыу уҡыусы белем ала. Уларҙа уҡырға теләүселәрҙең һаны артҡандан-арта, сөнки был мәктәптәр балалар, атай-әсәйҙәр һәм уҡытыусылар йәмәғәтселеге араһында ла киң танылыу таба бара. Уҡыу шарттары, белем сифаты, өлгәш күрһәткестәре лә ылыҡтырмай ҡалмай, әлбиттә.
– Мәҫәлән, быйыл 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияны тамамлаған 48 сығарылыш уҡыусыһының 29-ы рус теле, йәмғиәтте өйрәнеү, физика, химия, профилле математика буйынса юғары балл йыйыуға өлгәште, ә ике уҡыусы һынауҙы 100 балға тапшырҙы. Шулай уҡ 14 уҡыусы “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалына лайыҡ булды. Стәрлетамаҡтағы 23-сө полилингваль мәктәпте 38 уҡыусы тамамланы, уларҙың бишәүһе рус теленән юғары балға эйә булды, – тип һөйләне республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, әлеге йүнәлештәге белем усаҡтарының быйылғы уҡыу йылы һөҙөмтәләрен барлап.
Полилингваль мәктәп һәм гимназияларҙың уҡыусылары төбәк, Бөтә Рәсәй олимпиадаларында ла ярайһы уҡ ҙур уңыштар яулап өлгөрҙө. Уларҙа тормошҡа ашырылған “Уңышҡа юл” проекты балаларға министрҙар, депутаттар, фән, сәнғәт, спорт өлкәһендәге билдәле шәхестәр менән аралашыу мөмкинлеге бирә. 2022/23 уҡыу йылы барышында 35 сағыу, ҡыҙыҡлы осрашыу үткән.
Был йүнәлештәге уҡыу программаһы башҡа мәктәп уҡыусыларында ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Ошоға бәйле 1-се Республика полилингваль күп профилле гимназияһы тарафынан икенсе йыл рәттән “Ағиҙел” полилингваль олимпиадаһы ойошторола. Уның маҡсаты – туған телен һәм сит телдәрҙе яҡшы белгән балаларҙы асыҡлау, уларҙы дәртләндереү.
Стәрлетамаҡтағы 23-сө мәктәптә “GeoLing – Илгиҙәр” проекты ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, командалар араһында интерактив мультимедиа уйындары уҙғарыла. Был башланғыс туған телде һаҡлауҙы һәм киңерәк танытыуҙы, йәшәгән еребеҙҙең тарихын, мәҙәни мираҫын өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Полилингваль белем усаҡтарында уҡыусыларҙы илһөйәрлек рухында тәрбиәләү эшенә лә ҙур иғтибар бүленә. Республикабыҙҙа ике йыл рәттән “Шайморатовсылар класы” проектының уңышлы тормошҡа ашырылыуы – ошоға дәлил. Мәғариф һәм фән министры билдәләүенсә, киләһе уҡыу йылында республика мәктәптәрендә уларҙың һаны тағы ла артасаҡ.
Әлбиттә, яңы йүнәлештә белем биреү өсөн әсбаптарҙың, методик ҡулланмаларҙың булыуы ла мөһим. Был йәһәттән Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының ярҙамы һәм булышлығы ҙур. Институт хеҙмәткәрҙәре тарафынан төрлө фәндәрҙе билингваль һәм полилингваль нигеҙҙә уҡытыу өсөн 14 ҡулланма әҙерләнгән.
Республика Башлығының күрһәтмәһенә ярашлы, мәктәпкәсә белем биреү тармағында ла полилингваль эшмәкәрлек үҫешә. Был балалар баҡсаһы менән мәктәп араһындағы күсәгилешлекте нығытыу маҡсатында эшләнә. Мәҫәлән, 2020 йылда Өфөлә “Аманат” 202-се полилингваль балалар баҡсаһы асылды һәм 2-се “СМАРТ” Республика полилингваль күп профилле гимназияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Ошондай уҡ эш Сибай, Стәрлетамаҡ, Өфө, Нефтекама, Салауат ҡалаларындағы, Өфө, Яңауыл, Хәйбулла, Баймаҡ, Учалы, Дүртөйлө, Салауат райондарындағы балалар баҡсаларында ла башланды, уларҙа рус, башҡорт һәм инглиз телдәрен өйрәнгән төркөмдәр булдырылған.
Республиканың полилингваль белем усаҡтары Татарстан, Төньяҡ Осетия-Алания, Ҡырым, Ҡаҙағстандағы мәғариф учреждениелары менән бәйләнештә эшләй. Төбәк етәкселеге хеҙмәттәшлек менән бер рәттән эшмәкәрлек даирәһен киңәйтеүҙе лә маҡсат итеп ҡуя.
– Беҙ бөгөн башҡорт телен генә түгел, татар, мари, сыуаш телдәрен өйрәнеү мөмкинлеге булдырылған полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыу йүнәлешендә лә эш алып барабыҙ. Башҡортостан күп яҡлы мәҙәниәтле белем биреүҙең полилингваль моделен тормошҡа ашырыу йәһәтенән Бөтә Рәсәй үҙәге була ала, тип иҫәпләйбеҙ. Ошоға бәйле быйыл Рәсәй Мәғариф министрлығы менән берлектә полилингваль белем биреү буйынса халыҡ-ара форум үткәрергә уйлайбыҙ, – тине Айбулат Вәкил улы.
Министр был йүнәлештә киләсәккә билдәләнгән бурыстарға, башҡарылаһы эштәргә лә туҡталды. Быйылғы йыл аҙағына беҙҙә тағы ике полилингваль белем усағы барлыҡҡа киләсәк: Учалыла һәм Хәйбулла районы үҙәге Аҡъярҙа ошондай мәктәптәр асыласаҡ. Ә Мишкә районы үҙәгендәге 2-се мәктәпте мари теле төплө уҡытылған белем усағы итеп үҙгәртеп ҡороу, капиталь ремонт яһау өсөн федераль бюджеттан 84 миллион һум аҡса йәлеп итеүгә өлгәшелгән. Шулай уҡ Бишбүләктәге 2-се мәктәп базаһында сыуаш телен уҡытыуға махсуслашҡан полилингваль мәктәп булдырыу йәһәтенән дә маҡсатлы эш алып барыла. Асҡын районындағы 240 урынға иҫәпләнгән белем усағы 1320 урынлыҡ балалар баҡсаһын да берләштерәсәк.
Ғөмүмән, полилингваль белем биреү модалы күренеш кенә түгел, ул төплө белемле, алдынғы ҡарашлы, киң фекер йөрөткән, бер нисә тел, шул иҫәптән туған телен белгән рухлы, илһөйәр быуын тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Миләүшә ҒИРФАНОВА, өс бала әсәһе:
– Ҡыҙыбыҙ һәм ике улыбыҙ 2-се “СМАРТ” Республика полилингваль күп профилле гимназияһында уҡый. Гөлназ – унынсыны, Арыҫлан – бишенсене, бәләкәсебеҙ Асҡар икенсе класты тамамланы. Белем усағы оҡшай тип әйтеү генә аҙ булыр, моғайын. Балаларымдың шундай матур, заманса шарттарҙа, иң мөһиме – төплө, сифатлы белем бирелгән гимназияла уҡыуына ныҡ шатмын.
Гөлназ менән Арыҫлан башҡорт, рус, инглиз, немец телдәрен тәрәндән өйрәнә, Асҡар әлегә башҡорт, рус, инглиз телдәрендә белем ала. Мәҫәлән, өлкән кластарҙа биология, математика дәрестәре рус һәм инглиз телдәрендә алып барыла, бәләкәй улыбыҙ математиканы – русса һәм инглизсә, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү фәнен русса һәм башҡортса уҡый. Балаларға был алым ныҡ оҡшай, дәрестәр күпкә йәнле һәм ҡыҙыҡлы үтә, тиҙәр. Әйткәндәй, белем усағында бөтә уҡыусылар ҙа башҡорт телен уҡый, ә инде башланғыс кластарҙа ҡайһы бер фәндәрҙең туған телебеҙҙә лә алып барылыуы уны үҙләштереүҙе төплөрәк итә.
Гимназияла спорт секциялары, түңәрәктәр эшләй. Улдарым футбол менән ихлас шөғөлләнә. Ҡыҙыбыҙ уҡыуға иғтибарҙы күберәк бүлә, былтыр башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала беренсе урынды яулап ҡыуандырҙы. Шулай уҡ барыһы ла гимназияла ойошторолған СМАРТ-ТВ-ның эшендә әүҙем ҡатнаша.
Дим районының Сағыу биҫтәһендә урынлашҡан гимназиянан алыҫыраҡ – Баланов ҡасабаһында йәшәйбеҙ. Әммә шуныһы бик уңайлы: балаларҙы махсус автобус алып йөрөй, ул иртәнсәк – ике, төштән һуң тағы ике рейс эшләй. Был бик уңайлы, иң мөһиме – хәүефһеҙ.
Балаларым белем алған гимназияға, уның берҙәм, татыу, алдынғы ҡарашлы коллективына уңыштар теләйем!
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА