Белем һәм тәрбиә
25 Июль 2022, 15:30

“Колледждарҙы һаҡлап ҡалыуыбыҙ бик мөһим”

Һөнәри белем биреү колледждарының матди-техник базаһы яңыртыла.

“Колледждарҙы һаҡлап ҡалыуыбыҙ бик мөһим”“Колледждарҙы һаҡлап ҡалыуыбыҙ бик мөһим”
“Колледждарҙы һаҡлап ҡалыуыбыҙ бик мөһим”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһен үткәрҙе. Унда Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы эш шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы сараларын тормошҡа ашырыу тикшерелде. Төбәк етәксеһенең указына ярашлы, 2022 йыл ошо йүнәлешкә арналғайны.

Быйыл республикала урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыуға 493,1 миллион һум аҡса бүленде. Колледждарҙы яңыртыу алты меңдән ашыу студентҡа һөнәри йәһәттән сифатлы әҙерләү өсөн заманса шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, быйыл Башҡортостан Рәсәйҙең тәүге төбәктәре иҫәбендә һайлап алыу турын үтеп, “Машиналар эшләү” тармағы буйынса “Профессионалитет” федераль проектында ҡатнаша. Был Өфө машиналар эшләү колледжы нигеҙендә машиналар эшләү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса белем биреү-етештереү үҙәген ойоштороуға 100 миллион һумлыҡ федераль субсидия йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе.

“Беҙҙе “ОДК-УМПО” хуплап сыҡты. Һөҙөмтәлә был предприятие хеҙмәт кадрҙарын заказ биреп аласаҡ, – тине Айбулат Хажин. – Дөйөм алғанда, белем биреү-етештереү үҙәге проекты төбәктең алты колледжын йәлеп итә. Өҫтәмә рәүештә республиканың урта һөнәри белем биреү учреждениеларында заманса оҫтаханалар асабыҙ. Былтыр Өфөлә уҙған “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты финалы матди базаны нығытып, 109 оҫтахана асырға булышлыҡ итте”.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһе буйынса республикала колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыуға гранттар булдырылғайны. Һайлап алыу турын үткән биш уҡыу йорто ошо маҡсатҡа 30-ар миллион һум аҡса ала.

“Шулай уҡ республикала дәүләт колледждары уҡытыусыларына һәм талантлы уҡыусыларына булышлыҡ күрһәтелә. Быйыл 1 сентябрҙән студенттарҙың стипендия күләмен һәм уларҙың һанын арттырабыҙ, – Айбулат Хажин. – Уҡытыусылар, производствола уҡытыу мастерҙары өсөн һәр береһе 690 мең һумлыҡ 10 грант булдырылды”.

Бынан тыш, Башҡортостанда урта махсус уҡыу йорттарына этаплап капиталь ремонт яһала башланы. Улар иҫәбенә Башҡортостан ауыл хужалығы һөнәри колледжы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы, Дыуан киң профилле колледжы инә. Шулай уҡ төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы һөнәри белем биреү учреждениелары яңыртыла.

“Колледждарҙы һаҡлап ҡалыуыбыҙ бик мөһим. Республика предприятиеларына кәрәкле эшсе кадрҙар тап шунда әҙерләнә, – тине Радий Хәбиров. – Колледждарҙы яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыуҙан алып дөйөм ятаҡтарҙа лайыҡлы көнкүреш шарттары булдырыуға тиклем комплекслы яңыртырға кәрәк”.

Фото: glavarb.ru/rus

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас