Белем һәм тәрбиә
25 Июль 2022, 13:30

"Һынатырға тейеш түгелбеҙ"

Өфөнөң 115-се гимназияһы бинаһы яңыртылып, декабрҙә асыласаҡ.

"Һынатырға тейеш түгелбеҙ""Һынатырға тейеш түгелбеҙ"
"Һынатырға тейеш түгелбеҙ"

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөнөң 115-се гимназияһындағы эш барышы тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.

"Өфөнөң 115-се гимназияһына быйыл 55 йыл һәм йыл аҙағына тиклем, декабрь айында, яңыртҡандан һуң уны асыуҙы планлаштырабыҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәм, бинала сатнаған урындар булыу сәбәпле, гимназияны ваҡытлыса ябырға тура килде. Ҙур күләмле реконструкция эштәрен былтыр декабрҙә башланыҡ. Спорт залы һәм ашхана урынлашҡан бер ҡатлы блоктар һүтелде. Улар урынына яңы уҡыу корпусы, йәғни өс ҡатлы бинаға төкәтмә төҙөләсәк.

Тышҡы инженер селтәрҙәре буйынса эштәр тамамланды, эскеләрен монтажлайҙар. Бер үк ваҡытта ҡыйығы һәм тышҡы йөҙө эшләнә, блоктарҙа эске биҙәү алып барыла, биләмә төҙөкләндерелә. Объектҡа 140-тан ашыу кеше эшкә йәлеп ителгән.

Реконструкциянан һуң гимназияның дөйөм майҙаны 4,1–ҙән 18 мең квадрат метрға тиклем артасаҡ, ул 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән. Мәктәптең яңы стадионы, тантаналар, уйындар өсөн майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, гимназияны яңы ҡорамалдар, электрон фондлы әҙәбиәте булған китапхана менән йыһазландырасаҡбыҙ.

Ғөмүмән, Өфөлә хәл-торош шундай – концессия шарттарында Өфөнөң Ленин районындағы Затон-Көнсығыш микрорайонында 1225 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөйбөҙ. Уны 2023 йылда тамамларға ниәтләйбеҙ. Бынан тыш, 2022 йылда Өфөлә Кузнецов затоны биҫтәһендә тағы ла бер мәктәп төҙөй башларға планлаштырабыҙ. Был объекттарҙы халыҡ көтә, тимәк, һынатырға тейеш түгелбеҙ", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сәхифәһе.

"Һынатырға тейеш түгелбеҙ"
"Һынатырға тейеш түгелбеҙ"
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас