

Мәләүез районы биләмәһендә урынлашҡан балалар ял-һауыҡтырыу учреждениелары уҡыусылар араһында ла, ата-әсәләр тарафынан да ҙур ихтыяж менән ҡуллана. Был төбәктең хозур тәбиғәте, мул һыулы Ағиҙел, Нөгөш йылғалары, “Башҡортостан” милли ҡурсаулығында урынлашҡан Нөгөш һыу һаҡлағысы туристарҙы һәм ял итеүселәрҙе даими йәлеп итә. Шуға күрә балаларына тап ошо райондағы лагерҙарға юллама алырға теләгән атай-әсәйҙәр һәр ваҡыт күп була.
“Тау һауаһы” шифалы!
“Тау һауаһы” тип аталған балалар һауыҡтырыу лагеры Мәләүез ҡалаһынан 40 саҡрым алыҫлыҡта, республикабыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәт мөйөшөндә – “Башҡортостан” милли ҡурсаулыҡ паркы биләмәһендә урынлашҡан. Ул балалар һәм ғаилә ялын ойоштороу буйынса махсуслаша.
Бында ял итеү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған: балалар өс ҡатлы заманса корпустарҙағы бүлмәләрҙә йәшәй. Уйын һәм спорт ҡаласыҡтары, минибильярд, өҫтәл теннисы, компьютер залы, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары, йәйге сәхнә – барыһы ла ял итеүселәрҙең ялын ҡыҙыҡлы, файҙалы итеп ойоштороуҙы күҙ уңында тотоп эшләнгән. Әйткәндәй, “Тау һауаһы” йыл әйләнәһенә ҡабул итә, айырыуса ҡышҡы миҙгелдә мауыҡтырғыс ял программаһы тәҡдим ителә.
16 июлдә лагерҙа өсөнсө ял сменаһы эш башлаған. Уға тиклем ике смена ойошторолоп, уларҙың һәр береһендә республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 370-әр бала һаулығын нығытып, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтҡан. Бында башлыса Өфө, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, республикабыҙҙың ошо төбәгендәге райондарынан килгән балалар ял итә. Быйыл Мәскәү ҡалаһынан дүрт бала сәләмәтлеген нығытҡан.
– Балалар һауыҡтырыу лагерында кескәйҙәр менән 28 вожатый, 12 педагог эшләй. Беҙ һәр ваҡыт ҙур тәжрибәгә эйә, балалар менән уртаҡ тел тапҡан педагогтарға өҫтөнлөк бирәбеҙ, вожатыйҙар ҙа етди һайлап алыу аша эшкә йәлеп ителә, – тип һөйләне лагерь директоры урынбаҫары Алевтина Анатольевна Брежнева.
Лагерҙа балаларҙы һауыҡтырыуға, төрлө яҡлап һәләттәрен үҫтереүгә, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирелә. Биләмәлә өс бассейн бар, йәғни балалар ҡояш ванналары ҡабул итеп, һыуҙа ҡойоноп сәләмәтлеген нығыта. Ял итеүселәрҙең хәүефһеҙлегенә, һаулыҡ торошона ла етди иғтибар бүленә – медицина пункттары заманса йыһазландырылған, уларҙа үҙ һөнәренең оҫтаһы булған хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Туҡланыу – көнөнә биш тапҡыр. Технолог һәм ашнаҡсылар уны мөмкин тиклем файҙалы, тәмле итеп ойоштороу өсөн тырыша. Етәкселек тик һыналған предприятиелар менән эшләй, экологик йәһәттән таҙа аҙыҡ-түлек кенә һатып ала. Ял учреждениеһының үҙенең кондитер цехы бар.
Матур традицияға ярашлы, һәр смена башында “ГорВозДуманың министрҙар кабинеты”на һайлау үтә, шулай итеп, балалар ҡарар ҡабул итергә, идаралыҡ нескәлектәренә өйрәнә. Мәҫәлән, уҙған сменала илһөйәрлек рухындағы саралар, “Йәш армиясы” көнө, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы ойошторолған кисә, “Мин уңышты һайлайым!”, “Йәшерен дуҫ”, йәнһүрәттәр фестивале һәм башҡа саралар гөрләп үткән.
– Балалар өсөн мауыҡтырғыс түңәрәктәр ойошторолдо. Улар йыр-бейеү, һүрәт төшөрөү йәһәтенән һәләттәрен күрһәтте, тегергә, сигергә өйрәнде, үҙебеҙҙең кондитерҙар ярҙамында тәмлекәстәр әҙерләне. Күптәргә компьютер класында шөғөлләнеү оҡшай, бында 3D принтер ярҙамында төрлө әйберҙәр эшләү мөмкинлеге булдырылған. Ғөмүмән, беҙҙең лагерға килгән балаларҙың һәр көнө файҙалы, ҡыҙыҡлы үтә. Улар үҙҙәренә яңы дуҫтар табып, сәләмәтлеген нығытып, яңы уҡыу йылына көс-дәрт туплап таралыша, – ти Алевтина Анатольевна.
“Дуҫлыҡ”та яңы дуҫтар табыла
Райондың Томансы ауылы янындағы “Дуҫлыҡ” балалар спорт-һауыҡтырыу лагеры тәбиғәттең хозур мөйөшөндә – Көнгәк тауы итәгендә урынлашҡан. Эргәлә генә Ағиҙел йылғаһы аға. “Беҙҙә бер тапҡыр ял иткән балаларҙың 70-80 проценты яңынан килә”, – ти лагерь етәкселеге. Һәм был ысынлап та шулай.
Кескәй ял итеүселәр уңайлы шарттары булған ике ҡатлы биш кирбес корпуста йәшәй. Һәр береһендә ял бүлмәләре бар, уларҙа төрлө өҫтәл уйындары уйнарға мөмкин. Ашхана ике ҡатлы айырым бинала урынлашҡан, унда бер ыңғайҙан 250 бала туҡлана. Лагерь етәкселеге һәр ваҡыт экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә.
“Дуҫлыҡ” спорт-һауыҡтырыу йүнәлешендә эшләгән учреждение булараҡ, бында спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә, балаларҙы физик йәһәттән сыныҡтырыуға ҙур иғтибар бирелә. Биләмәлә ике бассейн, ҙур футбол яланы бар, уның ситенән Европа стандарттарына тура килтереп эшләнгән хәүефһеҙ япмалы йүгереү юлы һалынған. Шулай уҡ балалар бадминтон, волейбол, баскетбол майҙансыҡтарында ла иртәнән кискә тиклем шөғөлләнә ала.
Быйылғы йәйге ял кампанияһы барышында “Дуҫлыҡ” спорт-һауыҡтырыу лагерында өс смена ойошторола. Уларҙың тәүгеһе 7 июндән 27 июнгә, икенсеһе 21 июлгә тиклем эшләгән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: лагерҙың бөтә сменаларына ла юлламалар йәй башында уҡ һатылып бөткән.
Бында килгән балалар физик йәһәттән нығынып, үҙҙәренә яңы дуҫтар табып, онотолмаҫ тәьҫораттар алып таралыша.
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
.