

Йәйге каникулдың әле иң ҡыҙған мәле. Көндәрҙең матур тороуы ла уҡыусыларға йәйҙең бар тәмен тойорға булышлыҡ итә. Мәләүез районында ла йәйге ялды ойоштороуға ҙур иғтибар бүленә.
Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Алик Сатлыҡов әйтеүенсә, балаларға йәйге осорҙа төрлө формалағы ял мөмкинлектәре тыуҙырылған:
– Район биләмәһендә йәйге осорҙа “Спартаковсы”, “Тау һауаһы”, “Дуҫлыҡ”, “Шишмә” исемле ҡала эргәһендәге лагерҙар ойошторолһа, тәүге сменала унда – 766, икенсеһендә 918 бала һаулыҡтарын нығытты, июль аҙағына ҡарата йәш ял итеүселәребеҙ һаны 900-гә яҡын. Бынан тыш, 24 мәктәп һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларында 24 көндөҙгө үҙәк ойошторолдо, ике сменала барлығы 2547 бала булды. Хеҙмәт һәм ял лагерҙарына йәлеп ителеүселәр һаны 800-гә етте. “Еңел атлет” һәм “Иппон” профилле лагерҙары спорт өлкәһендә һәләтле булған 80 баланы тупланы. Мөмкин тиклем күберәк уҡыусыларҙың ялын ойоштороу маҡсатында микрорайондарҙа көн һайын ихата майҙансыҡтары ойоштороу ҙа балаларҙы ҡыҙыҡтырыуға йүнәлтелде, – тине ул.
Районға барғаныбыҙҙа балаларҙың нисек ял итеүен күрмәй китмәнек. “Мәләүез минераль ашламалар” акционерҙар йәмғиәтенең “Шишмә” шифахана-профилакторий нигеҙендә балаларҙы һауыҡтырыу үҙәге булдырылған. Өсөнсө сменала унда 54 бала ял итә ине. Мәләүездән генә түгел, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡтан, Ханты-Манси округынан да килгәндәр.
Был профилле смена “Финанстарға идара итеү” тигән исем аҫтында үтә. Ял итеүселәргә математика буйынса дәрестәр уҙғарыла, финанс грамоталылығына, бизнес-план төҙөргә өйрәтәләр. Был саралар спорт программаһы менән аралаштырыла. Бер генә көн дә бер-береһенә оҡшамаған, һәр ҡайһыһына айырым программа төҙөлгән.
– Ял итеүселәргә массаж, ингаляция, физиотерапия, кислородлы коктейль, һыу процедуралары ла ҡаралған. Барлыҡ тәғәйенләүҙәр табип-педиатр аша эшләнә. Шәфҡәт туташы тәүлек әйләнәһенә дежур итә, – тип һөйләне лагерҙың баш медсестраһы Нина Подрядова.
Балаларҙың көнөн күңелле, файҙалы итеп үткәреү генә түгел, туҡландырыу сифаты ла күҙ уңынан ысҡындырылмай. Ял итеүселәргә алты тапҡыр ашатыу ҡаралған.
Лагерҙағы шарттар тураһында иң дөрөҫ фекерҙе, әлбиттә, балалар үҙҙәре әйтә:
– Бында бөтәһе лә яҡшы. Вожатыйҙар ҙа һәйбәт, көн дә күңелле үтә. Ашнаҡсылар оҫта итеп бешерә. Салаттары ла, аштары ла тәмле, – тигән һүҙҙәр ишеттек.
Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ангелина Терехина дүртенсе тапҡыр ошо үҙәктә ял итә һәм шарттарҙан ҡәнәғәт:
– Бында барыһы ла ҡыҙыҡлы. Финанс грамоталылығына өйрәтеүҙәре лә тик файҙаға, волейболды ла яратып уйнайым, – тип һөйләне ҡыҙ.
Балалар ҡәнәғәт икән, тимәк, ял да яҡшы кимәлдә ойошторолған, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшелгән, тигән фекер нығынды һауыҡтырыу үҙәгенән сыҡҡанда.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

