

Республикала асыласаҡ был белем биреү-етештереү үҙәктәре төбәк өсөн өҫтөнлөклө булған химия, тау сеймалын табыу һәм машиналар эшләү тармаҡтары буйынса көйләнә.
Республика Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тарафынан уҙғарылған конкурс еңеүсеһе итеп билдәләнә. Ул белем биреү-етештереү үҙәктәре үҫешенә дәүләт ярҙамын күрһәтеүгә тәғәйенләнгән. Был урта һөнәри белем биреү программаларын тормошҡа ашырған белем биреү ойошмалары һәм "Профессионалитет" федераль проекты сиктәрендә иҡтисад секторында эшләгән ойошмалар интеграцияһы нигеҙендә алып барыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Башҡортостан "Профессионалитет" федераль проекты сиктәрендә “Машиналар эшләү” тармағы буйынса белем биреү-етештереү үҙәген булдырыуға конкурс һайлауын үткәйне. Проект сиктәрендә грант алыуға Өфө машиналар эшләү колледжы лайыҡ булды, терәк эш биреүсеһе - "ОДК-Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте.
Быйыл 1 сентябрҙән республикала беренсе белем биреү-етештереү үҙәге “Машиналар эшләү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге” эш башлаясаҡ.
"Профессионалитет" федераль проекты 2030 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһының социаль-иҡтисад үҫеше башланғысының береһе булып тора.
Федераль проекттың төп маҡсаты – өҫтөнлөклө һәм һорау менән файҙаланылған һөнәрҙәр буйынса белем биреү ойошмаларын һәм предприятиеларҙы интеграциялау юлы менән республикаға өҫтөнлөклө булған – машиналар эшләү тармағына квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә шарттар тыуҙырыу.