

Берәй ауылға юлым төшһә, ғәҙәттә, беренсе сиратта уның тышҡы йөҙөнә иғтибарымды йүнәлтәм. Йорттар ҙурмы-бәләкәйме, ҡоймалар яңымы – ҡыҫҡаһы, береһе лә күҙ уңынан ситтә ҡалмай. Артабан инде аралашыу барышында билдәле кешеләре тураһында төпсөнәм. Ысынлап та, ауылдарҙың төрлөһө була. Мәҫәлән, Балаҡатай районының Әшәй ауылы. Ул ниндәй ҡаҙаныштары менән данлы тиһегеҙме? Уның донъяға өс ғалимәне биреүен һирәк күренешкә тиңләргә кәрәк. Филология фәндәре докторы Луиза Сәмситова, филология фәндәре кандидаттары Флүзә Ғайсина һәм Зөбәржәт Шәйхисламова тап ошонда ҡанат нығытҡан. Күркәм юбилейы алдынан фән үҫешенә тос өлөш индереүселәрҙең береһе – телсе, топонимист, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы доценты, Рәсәйҙең маҡтаулы мәғариф өлкәһе хеҙмәткәре Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы ШӘЙХИСЛАМОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Педагог һөнәрен һайларға һеҙгә кем йүнәлеш бирҙе?
– Инәйем (беҙҙең яҡтарҙа әсәйгә шулай өндәшәләр) Әшәй мәктәбендә 33 йыл балаларға башланғыс белем бирҙе, I класта мин дә унан белем алдым. Әйткәндәй, ғәзиз кешемде бөтәһе лә ауылда Рәҡибә Сәйтулла ҡыҙы түгел, ә Рая апай тип йөрөттө. II-III кластарҙа иһә беҙҙе Мәмдүҙә Шәйхисламова уҡытты. Башланғыс кластарҙан урта звеноға күскәс, рус теле һәм әҙәбиәтенән Миңлегөл Әхмәт ҡыҙы һабаҡ бирҙе.
Әшәй ауылы мәктәбен тамамлағас, VIII кластан һуң Дыуан районындағы Мәсәғүт педагогия училищеһына юлландым. Унда Сафура Миһранова башҡорт теленә һөйөү уятты, бай әҙәбиәтебеҙ менән таныштырҙы, китап уҡырға ылыҡтырҙы. Киң күңелле, изгелекле, көслө уҡытыусының абруйы юғары ине. Беҙгә, һигеҙенсене саҡ бөтөп килгән баҙнатһыҙ һәм яҡлауһыҙ ҡыҙҙарға, әсәй йылыһын йәлләмәй өләште. Уҡытыусы булыу теләге иң беренсе инәйемдән килгәндер, шулай уҡ юғарыла телгә алған уҡытыусыларымдың йоғонтоһо ҙур булғанын да аңлайым.
Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек, әсәйемдең юлынан мин генә киттем. Ләлә апайым Бөрө ҡалаһының медицина училищеһын тамамлап, ғүмере буйы шәфҡәт туташы булып эшләне. Фаил абзыйым Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында белем эстәне. Агроном, баш агроном, колхоз рәйесе кеүек яуаплы вазифаларҙы башҡарҙы. Нәйрә апайым иһә Бөрө ҡалаһының фармацевтика училищеһында уҡыны, әле дарыуханала эшләй. Булат ҡустым урмансы ине. Йәл, йәшләй генә беҙҙе ташлап китте. Быларҙы ни өсөн тәфсирләп һөйләйем: беҙҙе әсәйебеҙ яңғыҙы үҫтерҙе, бер үҙе аяҡҡа баҫтырҙы.
– Ә бына фән юлынан китергә ҡасан ныҡлап уйландығыҙ?
– 1986 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған йәш белгесте Мәсәғүт педагогия училищеһына йүнәлтмә нигеҙендә эшкә ебәрҙеләр. Мине сыныҡтырған, хатта күҙҙе асҡан белем усағында ике йыл балалар уҡыттым. Өфөгә күңел талпынғандыр инде, бер мәл шул тарафтарға юл тоттом. Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтына (хәҙер – Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты) эшкә алдылар. Тап шул саҡта фән юлын һайларға ҡарар иттем дә инде. БДУ-ның көндөҙгө бүлегенә аспирантураға уҡырға индем, ғилми етәксем ғалим Нәғим Ишбулатов булды. Нәғим Хажғәле улы “Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш топонимияһы” тигән теманы тәҡдим итте. “Үҙем тыуып үҫкән яҡтарҙы өйрәнәм” тип шатландым. Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Дыуан һәм Балаҡатай райондарын арҡырыға-буйға үттем.
Сәйәхәт барышында халыҡ менән тығыҙ аралашаһың. Баҡтиһәң, көн-төн ялан-ҡырҙар гиҙгән агрономдар гумус хаҡында ғына уйланмай, ә топонимияны бик күп белә, улар менән ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойошторҙом. “Күренекле диалектолог Нәжибә Мәҡсүтова тел үҙенсәлектәре тәңгәлендә – ҙур белгес, ә һин ер-һыу атамаларына баҫым яһаһаң, республикабыҙҙың төньяҡ-көнсығышы ныҡлап өйрәнелгән зона буласаҡ”, – тип кәңәш бирҙе Нәғим Ишбулатов.
Ауылдар буйлап ҡына йөрөмәнем, архивтарҙа ла эҙләндем. Әйтәйек, Дыуан районында Ярославка тигән ауыл бар. Эҙләнә торғас, уның исеме Ярыҫтау икәне асыҡланды. Телгә яраҡлаштырылған ундай миҫалдар бихисап. Шул уҡ Черношар ауылы Ҡараһаҙлыҡ бит.
– Уҡытыусының уҡыусылары үксәһенә баҫып килгән осраҡта ғына маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин...
– Ике фән кандидаты әҙерләнем. Мөнирә Аҡылова Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. Тыумышы менән Хәйбулла районынан булған фекерҙәшемдең ныҡышмаллығы һоҡландыра. Ә Венер Әсмәндиәров – Өфө егете, ул баш ҡалабыҙҙың 156-сы урта мәктәбендә директор урынбаҫары булып эшләй. Тағы ла бер фән кандидаты “моронлай” – Альбина Ниғәмәтова фән тауҙарын яулау өсөн тырыша.
– Балаларығыҙҙың фән юлын һайлауын теләр инегеҙме?
– Ғәрәп һәм инглиз телдәрен һыу кеүек эскән улым Таһир аспирантураны тамамланы, Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй. Гөлнур ҡыҙым Өфөләге вуздарҙың береһендә ситтән тороп магистратурала уҡый, әле Ҡазан ҡалаһында эшләй. Тормош иптәшем Рәшит Шәйхисламов – тарих фәндәре докторы, эш урыны – Башҡорт дәүләт университеты. Әгәр балаларым фән юлын һайлаһа, һис тә ҡаршылығым юҡ, бүтән өлкәлә ең һыҙғанып эшләһәләр, уңыш ҡаҙанһалар, шулай уҡ шатланам ғына.
– Һеҙ донъяла кемгә рәхмәтле?
– Йәш үткән һайын ошо турала йышыраҡ уйланаһың ул. Хатта үҙем уҡытҡан студенттарыма ла рәхмәтемде еткерәм, сөнки бөгөн ошондай юғары әҙерлекле кимәлгә күтәрелгәнмен икән, тимәк, улар менән бергә үҫкәнмен. Бынан тыш, фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятҡан профессорҙар алдында ла башымды эйәм. Ғилми етәксем Нәғим Ишбулатов, университетта диплом эше яҙған Ғиниәт Ҡунафин, китаптары аша фәнни юлға баҫырға булышлыҡ иткән Нәжибә Мәҡсүтова, Сәриә Миржанова, Фирҙәүес Хисамитдинова, Алмас Шәйхулов, Санкт-Петербургтағы тарихсы Евгений Зеленов һәм башҡалар тормошомда ҙур роль уйнаны. Шулай уҡ әсәйемә, ғаиләмә, хәҙер бергә эшләгән Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәтем ҙур.
– Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы, педагог һөнәрен һайламаһағыҙ, кем булыр инегеҙ?
– Баҡсалағы ергә берәй үҫемлек, әйтәйек, сәскә сәсһәм, ҡотороп үҫә лә китә, аквариумға балыҡ ебәрһәм, шулай уҡ йәһәт кенә үрсей. Күңелемә әлеге ише шөғөлдәр яҡын. “Инәй, һинән шәп биолог сығыр ине”, – тип, эштәремдең һөҙөмтәһен күреп, балаларым элегерәк йыш ҡабатлай торғайны.
Ғөмүмән, “әгәр ҙә бүтән һөнәрҙе һайлаған булһам...” тигән уй башыма ла инеп сыҡҡаны юҡ. Һайлаған һөнәремде яратам.
– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ булыр?
– Киләсәкте борсоған һорауҙар миңә лә тыныс йәшәргә ирек бирмәй. Донъялар имен торһон, һәр таңыбыҙ аяҙ булһын! Тормошта төрлө хәлдәргә осрайһың, төрлө шарттар була, әммә һәр саҡ кеше булып ҡалырға кәрәк. Әҙәм балаһының күңелен һүндермәй торған бер осҡон һәр саҡ йөрәк түреңдә йәшәргә тейеш. Тағы ла бер мөһим ғәмәл – һинең тышҡы ҡиәфәтеңдән алып эске торошоңа хәтлем, ҡыҫҡаһы, эстән дә, тыштан да матур булыу мөһим.
– Зөбәржәт Фәнил ҡыҙы, һорауҙарға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
- Илдар АҠЪЮЛОВ