Белем һәм тәрбиә
30 Июль 2022, 11:00

Уҡытыусылар шоуға әҙерләнә

Башҡортостан уҡытыусылары “Класс темаһы” ТВ-шоуында ҡатнаша ала

Уҡытыусылар шоуға әҙерләнәУҡытыусылар шоуға әҙерләнә
Уҡытыусылар шоуға әҙерләнә

Ошо көндәрҙә уҡытыусылар тураһында “Класс темаһы” тип исемләнгән телевизион шоуҙа ҡатнашыу өсөн Бөтә Рәсәй кимәлендә педагогтарҙы һайлау старт алды.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса  был шоуҙы  VK компанияһы ярҙамында Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы һәм “Рәсәй-1” телеканалы булдыра.  Проектта үҙ көсөнә ышанған һәр уҡытыусы ҡатнаша ала. Ғариза биреү өсөн видеовизитка эшләү, предмет буйынса анкета тултырыу һәм тест үтеү мөһим. Белем биреү бурысынан тыш,  балаларҙы тәрбиәләү ҙә әһәмиәтле  булған класс етәкселәре форумында ҡатнашыусыларҙың да телепроектҡа ғариза биреүҙәренә ышана ойоштороусылар.

Башҡортостан уҡытыусылары яңы шоуҙа ҡатнашырға әҙер, улар әүҙем рәүештә ғаризалар бирә башлаған. Иң ҡыйыуҙар араһында Октябрьский ҡалаһының 22-се мәктәбенән инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Хәжиева был сара тураһында үҙенең фекерен белдерҙе: “Шоуға һайлап алыу бик күп ижади, әүҙем, сағыу педагог-профессионалдарҙың иғтибарын йәлеп итте. Мин дә эшемдәге тәжрибә менән бүлешергә, ябай булмаған, әһәмиәтле хеҙмәтемдә фекерҙәштәремде табырға  теләйем.”

 “Үҙеңде ниндәйҙер яңы сарала һынап ҡарау һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, -ти Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбенең география уҡытыусыһы Наталья Ҡунаҡбаева. – Коллегалар менән аралашыу, яңылыҡ белеү, эш алымдары менән бүлешеү мөмкинлеге артыуы оҡшай.”

 Рәсәйҙең Мәғариф министры Сергей Кравцов фекеренсә, яңы шоу  педагогтар тормошоноң күп яҡлы һәм тығыҙ булыуын күрһәтеү сараһы: “Беҙҙең уҡытыусыларҙың һөйләр, күрһәтер эштәре бар. Һайлауҙа ҡатнашҡан барлыҡ уҡытыусыларға ла уңыштар теләйем”

 Ҡатнашыуға ғаризалар 10 августҡа тиклем ҡабул ителә.

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас