

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, «Профессионалитет» федераль проектын популярлаштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексын тормошҡа ашырыуға ярашлы Башҡортостандың һөнәри әҙерлек үҙәгендә PROGlobal квесы үтте.
- «Профессионалитет» проекты республикаға әүҙем индерелә. Быйыл сентябрҙән Өфөнөң машиналар эшләү колледжы нигеҙендә машиналар эшләү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү буйынса кластер эшләй башлаясаҡ. Урта һөнәри белем биреүгә яңы ҡарашты популярлаштырыу өсөн бөгөнгө абитуриенттарға ҡыҙыҡлы булған алдынғы һөнәри йүнәлеш технологияларын файҙаланыу мөһим, - тине Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Сарала ҡатнашыусылар республикала «Профессионалитет» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә булдырылған машиналар эшләү кластеры, Өфөнөң машиналар эшләү колледжы тәҡдим иткән һөнәрҙәр менән танышты, интеллектуаль һынауҙарҙы үтте.
Сарала ҡатнашыу өсөн Өфө, Ҡырмыҫҡалы районы уҡыусыларынан һәм Сахалин өлкәһе ҡунаҡтарынан 30 ғариза ҡабул ителде.
Барлыҡ уҡыусылар ҙа белем алып, үҙҙәрен машиналар эшләү кластеры һөнәрендә һынаны. Сара ҡабул итеү компанияһының ҡыҙыу мәлендә үткәрелеүе менән дә мөһим булды, әйткәндәй, ул 15 авгусҡа тиклем дауам итәсәк. Проект һәм уҡырға инеү ҡағиҙәләре тураһында Өфө машиналар эшләү колледжы сайтында танышырға мөмкин.
«Профессионалитет» федераль проекты Рәсәй Федерацияһының 2030 йылға тиклемге социаль–иҡтисади үҫеше инициативаларының береһенә әүерелде. Проекттың төп маҡсаттарының береһе – белем биреү производство үҙәктәрен булдырыу. Улар колледждар һәм иҡтисадтың реаль секторы ойошмаларының интеграцияһын тәшкил итә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.