Белем һәм тәрбиә
3 Август 2022, 06:30

Студент отрядтары балаларға ярҙам итә

Улар  туранан-тура ғаиләләр менән эшләй

Студент отрядтары балаларға ярҙам итәСтудент отрядтары балаларға ярҙам итә
Студент отрядтары балаларға ярҙам итә

 

Башҡортостандың Студент отрядтары идаралығы рәйесе Ирина Сухарева социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала яҙма менән уртаҡлашты:

  • Бында ошондай бәйләнеш булдырылған. “МногодетОК” автономлы коммерция булмаған ойошма студент отрядтарына  ысынлап та мохтаж булған ғаиләләрҙең исемлеген бирә, шул иҫәптән Украинанан һәм Луганск халыҡ республикаһынан беҙҙең республикаға мәжбүри күсеп килеүселәрҙең дә.

Артабан студенттар  уларҙы үҙ-ара бүлешеп, ғаиләләр менән таныша, ысынбарлыҡтағы ихтыяждарын асыҡлай, һәм үҙҙәренең көсө менән балаларҙы мәктәпкә әҙерләргә ярҙам итә, кемдер бер көнлөк эш хаҡын иҫәпкә  күсерә, кемдер канцелярия алырға бара. Бына ошондай етди эшмәкәрлек булдырылған ғаилә һәм студенттар араһында.

 
 Республикабыҙҙа йолаға әүерелгән ”Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһы 31 августҡа тиклем дауам итә. Был саранан ситтә ҡалмай уға ҡушылырға саҡырам. Мәктәп кәрәк-яраҡтарын “Ғаилә” үҙәгенә  йәки “Мөхәббәт менән” балалар хәйриә фондына, студент отрядтарының штабына  килтерә алаһығыҙ. “МногодетОК” автономлы коммерция булмаған ойошманың иҫәбенә лә ниндәй ҙә булһа сумма күсерергә мөмкин. Танышығыҙҙың балаһына шәхсән ярҙам күрһәтеү ҙә изгелеклек билдәһе.

Фото: Ирина Сухареваның сәхифәһенән.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас