

Эштәр бер йыл элек башланған. Дүрт ҡатлы бинаны бер йылдан төҙөп бөтөү маҡсаты ҡуйыла. Төҙөлөштө подрядсы ойошма - Өфөнөң "СУ №1" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһы алып бара.
- Бөгөнгө көндә төҙөлөш эштәре тамамланған, мәктәп 95 процентҡа әҙер, бинала эске биҙәү эштәре генә ҡалған. Шулай уҡ биләмәне төҙөкләндереү, тирә-яғын йыйыштырыу саралары күрелә, - ти төҙөлөш компанияһы генераль директоры Ирек Харисйәнов.
Учалы районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Алик Сәләхетдинов һүҙҙәренә ҡарағанда, мәктәп эргәһендә туҡталышты төҙөкләндереү ҙә пландағы эштәр рәтендә.
Мәктәп төҙөлөшө “Мәғариф” милли проекты (национальный проект "Образование") сиктәрендә алып барыла. Саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Эштәрҙең дөйөм хаҡы 766,89 миллион һум тәшкил итә. Уның 641 миллионы федераль бюджеттан, 125 миллионы республика ҡаҙнаһынан бүленгән. Дәүләт заказсыһы - Республиканың капиталь төҙөлөш идаралығы.
Майҙаны 18,3 мең квадрат метрға тиң белем биреү учреждениеһы 1225 урынға иҫәпләнгән. Дүрт ҡатлы бинала тамаша залы, ашхана ла бар. Бынан тыш ике спорт залы башланғыс һәм өлкән кластарҙа бер юлы дәрес алып барырға ярҙам итәсәк. Шулай уҡ инвентарҙы һаҡлау, сисенеп –кейенеү, душ, санузел, тренер, саңғыларҙы һаҡлау бүлмәләре лә ҡаралған.
Яңы мәктәп өсөн кадрҙар мәсьәләһе әле тикшерелә, тине район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Нурзидә Абдрахманова.
Фото: Башинформ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан