

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Нефтекама ҡалаһында булды, унда республика етәксеһе 9-сы мәктәптә алып барылған капиталь ремонт менән танышты. Нефтекамалағы мәктәп 1977 йылда төҙөлгән, уға капиталь ремонтты 2022 йылдың мартында башлағандар.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика мәктәптәрҙе яңыртыу федераль программаһында әүҙем ҡатнаша.
– Рәсәй Президенты Владимир Путин илебеҙҙәге иҫке мәктәптәргә капиталь ремонт үткәреү кеүек мөһим проект тураһында белдерҙе, – тине Радий Хәбиров. – Ошо программаға инер өсөн беҙ һөҙөмтәле рәүештә заявка биреүҙе башҡарып сыҡтыҡ. Тик 2022 йылда ғына Нефтекама ҡалаһында биш мәктәпте яңыртасаҡтар, тағы ла биш мәктәп киләһе йылда яңырасаҡ. Шулай итеп, ҡала бөтә белем усаҡтарын да тәртипкә килтерәсәк. Ошо эште тотош республика буйынса тормошҡа ашырасаҡбыҙ.
Нефтекама ҡалаһындағы 9-сы мәктәптең директоры Резида Ғабдрахманова әйтеүенсә, мәктәптә 800 бала уҡый.
Эш сәфәре аҙағында Радий Хәбиров ҡаланың Яҡты күлен барып ҡараны һәм “Западный” баҙарында халыҡ менән аралашты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.