Белем һәм тәрбиә
8 Август 2022, 15:00

“Фантазиям шкафта ята”

Әңгәмәбеҙ йәнле генә бара ине, бер һорауға нимә тип яуап бирергә белмәй туҡтап ҡалды...

“Фантазиям шкафта ята”“Фантазиям шкафта ята”
“Фантазиям шкафта ята”

Ағайымдың ҡыҙы Асияға өс йәш самаһы. Ауылға ҡайтҡанда эргәбеҙҙә булыша, бер туҡтауһыҙ хәбәр һөйләй. “Беҙ баҡсала шулай иттек... Тәрбиәсе апай былай тине...” тип һөйләүенә аптырап һорап ҡуйҙым:

– Һин баҡсаға йөрөйһөңмө ни?

– Эйе, йөрөйөм, – ти күҙ ҙә йоммай.

– Унда нимә эшләйһегеҙ?

– Иртәнсәк зарядка эшләйбеҙ, ашайбыҙ, уйнайбыҙ. Малайҙар ныҡ шаяра, апайҙы тыңламай... – тип бик ихлас һөйләп алып китте был. Эргә-тирәләге балаларҙы исемләп тороп әйткәс, ышанып та ҡуйҙым. “Әллә ысынлап баҡсаға йөрөй башланымы?” – тип һорайым апаһынан. “Юҡ, уйлап сығарып һөйләй”, – тип шым ғына көлдө тегеһе.

Ҡыҙыҡ күреп, тағы һорауҙар бирәм. Шатырлатып яуап бирә.

– Кейемеңде ҡайҙа ҡуяһың?

– Шкафҡа ҡуям.

­– Шкафыңда ниндәй һүрәт төшөрөлгән, әллә хәреф яҙылғанмы?

– Ҡуян һүрәте төшөрөлгән.

Әңгәмәбеҙ шулай йәнле генә бара ине, бер һорауға нимә тип яуап бирергә белмәй туҡтап ҡалды.

– Бының фантазияһы бөттө шикелле, – тиеүебеҙгә:

– Юҡ, минең фантазиям бар ул, просто баҡсалағы шкафта ятып ҡалды! – тип көлдөрҙө зирәк ҡыҙыҡай.

Фото: abon-news.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас