Белем һәм тәрбиә
9 Август 2022, 07:30

Шулай үҫә балалар!

Әлеге фотоһүрәттәрҙең айырмаһы – дүрт йыл. Ошо ваҡыт эсендә Мәлик һөйкөмлө малайҙан баһадир егеткә әйләнгән. 

Шулай үҫә балалар!Шулай үҫә балалар!
Шулай үҫә балалар!

Һеҙ фотоһүрәттә күргән егет – Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта мәктәбенең 8-се “Б" класы уҡыусыһы Мәлик Вәлиев, ә уның янында барыбыҙ ҙа белгән һәм хөрмәт иткән абруйлы шәхесебеҙ - Мәрйәм Бураҡаева. 

Ул күп балалы татыу ғаиләлә тыуып үҫкән. “Ғаиләбеҙ ҙур ғына: апайым Ынйыгөл, һеңлем Миңлегөл, атайым Руслан Рәхмәтулла улы, әсәйем Яҙгөл Нәғим ҡыҙы”, - тип таныштырҙы Мәлик яҡындары менән.

Әлеге фотоһүрәттәрҙең айырмаһы – дүрт йыл. Ошо ваҡыт эсендә Мәлик һөйкөмлө малайҙан ысын баһадир егеткә әйләнгән. Бына шулай үҫә инде балалар!.. 

- Мәрйәм инәй менән тәүге осрашыуым 2018 йылдың 28 мартында Әлшәй районының Раевка ауылында "Башҡортостан ынйылары" конкурсында булды. Беҙ, 2-се урта мәктәп уҡыусылары, уҡытыусыларыбыҙ менән Баймаҡ ҡалаһының һәм районының данын яҡлап, лайыҡлы сығыш яһап, беренсе урын алып ҡайтҡайныҡ. Тәүге фотоны шунда төштөм. Ә бына быйыл, 2022 йылда, Ейәнсура районының Сөләймән ауылында ойошторолған “Йәйләү” профилле лагерында тағы осрашырға яҙҙы, - фотоһүрәттәр тарихы менән таныштырҙы шәп егет.

Әйткәндәй, Мәлик - уҡыу алдынғыһы, республика кимәлендәге шиғри конкурстар еңеүсеһе, ҡурайҙа ла матур уйнай. Быйыл ул “Йыл уҡыусыһы” булып танылған.

- Дүрт йыл ваҡыт үтһә лә, Мәрйәм инәй мине таныны, - тип йылмая Мәлик. – “Таһир һәм Зөһрә” кисәһенән һуң матур итеп аралашып, фото төштөк. Шуныһы ҡыҙыҡ: Мәрйәм инәй менән әсәйемдең тыуған көндәре тап килә, икеһе лә 27 мартта тыуған. Рухлы, аҡыллы ағинәйебеҙҙе әсәйем кеүек яҡын күрәм. 

Тырыш, уңған, рухлы егеткә артабан да уңыштар теләйбеҙ. Хыялдарыңды тормошҡа ашырып, маҡсаттарыңа өлгәшеп йәшә, Мәлик!   

Фотолар Мәлик Вәлиевтең шәхси архивынан.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас