Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
11 Август 2022, 22:00

Уҡытыусылар ниндәй шоуға әҙерләнә?

Конкурс һөҙөмтәһендә ете педагог һайлап алынасаҡ

Уҡытыусылар ниндәй шоуға әҙерләнә?
Уҡытыусылар ниндәй шоуға әҙерләнә?

 

2022 йыл аҙағында “Рәсәй 1” телеканалы эфирында илдең иң һәләтле уҡытыусылары “Класс темаһы” шоуында ҡатнаша. Конкурс һөҙөмтәһендә ете педагог һайлап алынасаҡ, улар тура эфирҙа үҙҙәренең предметтары – математика, химия, биология, география, тарих, физика, рус теле һәм әҙәбиәте буйынса дәрестәр үткәрәсәк. Билдәле шәхестәр уларҙың уҡыусылары буласаҡ.

 Башҡортостандан конкурс һайлауында ике педагог ҡатнаша – Октябрьский ҡалаһының 22-се мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Айгөл Биктимер ҡыҙы Хажиева һәм Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбенең география уҡытыусыһы Наталья Евгеньевна Ҡунаҡбаева. Улар ваҡытында ғариза биргән, үҙҙәренең фәне буйынса тестлау үткән, видеовизиткалар эшләгән.

  • Педагогтың роле йәмғиәт үҫешендә ҙур, - ти Айгөл Хажиева. – Ул йәштәрҙе тәрбиәләй. Әлбиттә, йәмғиәттең уҡытыусыға ҡарата талаптары үҫә бара. Уҡытыусының йәмғиәт үҫешенә индергән өлөшө лә арта. Минең фекеремсә, тап шуға ла йәмғиәттә уҡытыусының статусын күтәреү, телевидение, радио, журнал һәм гәзиттәрҙә мәғариф темаһына арналған программалар, мәҡәләләр һанын арттырыу мөһим.

 Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбенең география уҡытыусыһы Наталья Ҡунаҡбаева фекеренсә, “Класс темаһы” форматындағы конкурстарҙа ҡатнашыу уҡытыусылар өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә файҙалы.

  • Төрлөсә уҡытыусы һөнәрен популярлаштырыу, телетапшырыуҙар аша йәмғиәттә педагог статусын күтәреү кәрәк, - ти ул.

 “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов билдәләүенсә,  педагогтың абруйын күтәреү өсөн телевидение һәм радиола мәғариф тапшырыуҙарын тергеҙеүҙән тыш,  уҡытыусыларға мораль һәм матди ярҙамды ла юғары кимәлдә ойоштороу мөһим.

  • Танылыу уҡытыусының үҙенә лә бәйле, - ти Салауат Кәримов. – Төрлө алымдар ҡулланыу педагогтың һөнәри сифатын баһалағанда ярҙам итә. Ә һөнәри конкурстар артабанғы үҫеш өсөн дәрт бирә. Беҙ бөтә яҡлап та уҡытыусыларҙы хуплайбыҙ, ярҙам итәбеҙ, үҙҙәренең эш тәжрибәһен лайыҡлы күрһәтеп, һайлап алыу турын үтеүҙәрен теләйбеҙ. Киләһе йыл педагог һәм остаз йылы тип иғлан ителгән, “Класс темаһы” шоуы ла күркәм эштәрҙең башы булһын.

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: