

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Стәрлетамаҡ районының “Башаҡ” балалар һауыҡтырыу лагерында Башҡортостандағы беренсе аграр смена тамамланды. Смена барышында үҫемлекселек, малсылыҡ, ландшафт дизайны, балдың сифатын билдәләү алымдары һәм кондитер эше буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, балалар шулай уҡ республиканың алдынғы агросәнәғәт комплексы предприятиеларында булды.
– Балалар лагерында тамамланған Аграр смена даимиға әүерелеп, Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы өсөн кадрҙар әҙерләүҙә мөһим урын биләр, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Проектҡа ярашлы, уҡыусыларға төбәктең ауыл хужалығында кәрәкле һөнәрҙәр буйынса йүнәлеш бирелә. Аграр кластарҙа һайланған йүнәлеште балалар лагерындағы аграр смена нығытырға ярҙам итә. Киләсәктә уҡыусылар һөнәрҙе һайлап, уҡыуын дауам иткәс, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” программаһы буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә мөһим әһәмиәт бирәбеҙ.
– Башҡортостан Республикаһында 51 бала өсөн беренсе Аграр смена тамамланды, – тине сменаны ябыу тантанаһында ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ләлә Дәүләтбаева. – Һөнәри йүнәлеш биреү йәһәтенән уға ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Башҡортостандың агросәнәғәт комплексында бөгөн кадрҙарға, айырыуса эшсе һөнәрҙәргә ҙур ҡытлыҡ тойола. Балаларға агросәнәғәт комплексының заманса технологияларға һәм техникаға, һәйбәт эш хаҡына һәм ышаныслы социаль тәьминәткә эйә булған йылдам үҫеүсе тармаҡ икәнлеген еткерергә теләйбеҙ. Аграр сменалағы балаларҙың күбеһе киләсәктә агрокластарға һәм артабан – аграр колледждарға һәм университетҡа барыр, тип ышанабыҙ.
– Был мин әлегә тиклем ҡатнашҡан сменаларҙың иң яҡшыһы булды, – тине Стәрлетамаҡтан буласаҡ бишенсе класс уҡыусыһы Руслан Сәйфуллин. – Хәҙер мин, һис шикһеҙ, агробизнесмен булырға теләйем!
Фото: pravitelstvorb.ru/ru/press
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/ru/press