

Бөгөн Өфөлә уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе үтте. “Торатау” Конгресс-холында педагогтар ете майҙансыҡта фекер алышты. Форум барышында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернаты һәм Луганск Халыҡ Республикаһының Миңлеғәли Шайморатов исемендәге 22-се мәктәбе араһында килешеү төҙөлдө. Гимназия директоры Илнур Рифат улы СӘЛИХОВ ошо хаҡта һәм башҡа мөһим йүнәлештәр буйынса фекерен белдерҙе.
– Луганск Халыҡ Республикаһы мәктәбе менән килешеү нигеҙендә ике мәғариф учреждениеһы араһында үҙ-ара тәжрибә, яңы инновацион технологияларҙы ҡулланыу практикалары менән уртаҡлашыу, төрлө уртаҡ саралар үткәреү мөмкинлектәре барлыҡҡа килә. Шулай уҡ дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү өлкәһендә төрлө йүнәлешле семинарҙар, конференциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороласаҡ. Был 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының тарихын һәм легендар генерал Миңлеғәли Шайморатовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарылған ҙур эш буласаҡ.
Тағы бер мөһим йүнәлеш – республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостанда фәнде үҫтереү йәһәтенән ҙур эшкә старт бирҙе, Өфөлә донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге булдырыласаҡ, Өфө фән һәм технологиялар университеты ойоштороласаҡ, кампус төҙөләсәк.
Был ғәмәлдән мәктәптәр ҙә ситтә тороп ҡалмаясаҡ. Беҙҙең гимназия элек-электән юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, ә Евразия фәнни-белем биреү үҙәген ойоштороу был эште системалаштырасаҡ, яҡшы һөҙөмтәләр бирәсәк.
Гимназияла Өфө дәүләт нефть-техника университетының һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының предуниверсарийҙары уңышлы эшләй. Уларҙың төп маҡсаты – уҡыусыларҙы сит тарафҡа ебәрмәйенсә, үҙебеҙҙең республикала урынлашҡан юғары уҡыу йорттарында ҡалдырыу. Һис шикһеҙ, Башҡортостандағы уҡыу йорттары Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан һәм башҡа ҡалаларҙа урынлашҡан уҡыу йорттарынан ҡалышмай, кимәле юғары һәм төплө белем бирә, – тине Илнур Рифат улы.
Фото: bashkortostan.er.ru