Бөтә яңылыҡтар
Белем һәм тәрбиә
12 Август 2022, 22:15

“Хеҙмәтемде юғары баһаланылар”

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе сиктәрендә бер төркөм мәғариф алдынғыларын тәбрикләнеләр

“Хеҙмәтемде юғары баһаланылар”
“Хеҙмәтемде юғары баһаланылар”

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе сиктәрендә бер төркөм мәғариф алдынғыларын тәбрикләнеләр. Улар араһында  Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы АЛҒЫШАЕВА, Йылайыр районы Йылайыр ауылының Ш.Бабич исемендәге башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы ла бар.

 – Хеҙмәт стажым – 34 йыл. 1988 йылда Башҡорт дәүләт педагогия  институтының рус-башҡорт бүлеген тамамланым һәм уҡып бөткәндән һуң 112-се Өфө ҡалаһы мәктәбендә уҡыттым, аҙаҡ хеҙмәт юлымды Йылайыр районында дауам иттем. Гимназия 2009 йылда асылды.  Был мәғариф учреждениеһы ойошторолғандың тәүге көнөнән алып шунда эшләйем һәм мәктәп ҡаҙаныштарына үҙемдең хеҙмәти өлөшөмдө индерәм.

Мин эшемә һәр саҡ ижади ҡарарға тырышам, барлыҡ сараларға ла сценарийҙар яҙам, үҙем режиссер сифатында уларҙы ойошторам. Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүгә етди иғтибар бирәм. Һәр уҡыусы эҙләнә, уйлана белергә тейеш – минең маҡсатым ошо. Шулай уҡ һәр баланан шәхес тәрбиәләргә тырышам. Бәлки бәғзе уҡыусы ҡағиҙәләрҙе белмәҫ, мәгәр үҙ телендә матур һөйләшә, фекерен еткерә алһа,  тыуған халҡын, телен яратһа – был да ҙур ҡаҙаныш. Эшемдә инновацион технологияларҙы, яңылыҡтарҙы киң файҙаланырға тырышам.

Уҡыусыларым даими рәүештә төрлө кимәлдәге  олимпиадаларҙа, фәнни эштәрҙә, конкурстарҙа призлы урындар ала, ә бынан дүрт йыл элек уҡыусым Йәзилә Ҡаҙаҡбаева 11-се класта уҡыған саҡта республика кимәлендәге олипиадала беренсе урын яуланы. Былтыр туғыҙынсы класс уҡыусыһы Айгүзәл Йосопова республика кимәлендә призлы урын алды. Фәнни эҙләнеү эштәрендә лә уңыштарыбыҙ бихисап.  Мәҫәлән, Ҡазан ҡалаһында үткән халыҡ-ара конкурста Зөлхизә Ураҙбаева өсөнсө урын алды. Илназ Динисламов “Арҡаҙаш” халыҡ-ара конкурсында, шулай уҡ, өсөнсө урынға лайыҡ булды.

2008, 2016 йылдарҙа Рәсәйҙең иң яҡшы уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе булдым,   2011, 2015 йылдарҙа Башҡортостандың иң яҡшы рус теле һәм башҡорт теле уҡытыусылары конкурсында беренселекте алдым. 2011 йылда  Башҡортостандың төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының йыл конкурсында "Иң яҡшы дәрҽс"  номинацияһында еңеү яуланым. Күп йылдар райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһенә етәкселек итәм һәм уларҙың төрлө кимәлдәге еңеүҙәренә лә үҙ өлөшөмдө индерәм.

Бөгөн педагогик хеҙмәтемде юғары баһаланылар – миңә “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеме бирелде. Минең өсөн  республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡулынан ошондай награда алыу - оло ғорурлыҡ, был артабан да ҡанатланып эшләргә дәрт-дарман, көс бирә,  –  тине Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙы.

Фото : "Башинформ", Олег Яровиков.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: