Белем һәм тәрбиә
12 Август 2022, 15:15

“Һәр еңеү – ҙур этәргес”

Лилиә Азамат ҡыҙы ЮЛДАШБАЕВА - Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылы муниципаль дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Бөгөн ул  Башҡортостан Республикаһы Башлығы дипломы  менән бүләкләнде.  

“Һәр еңеү  –   ҙур этәргес”“Һәр еңеү  –   ҙур этәргес”
“Һәр еңеү – ҙур этәргес”

Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе сиктәрендә бер төркөм мәғариф алдынғыларын тәбрикләнеләр, тип билдәләгәйнек. Улар араһында  Лилиә Азамат ҡыҙы ЮЛДАШБАЕВА, Ҡырмыҫҡалы районы Ефремкин ауылы муниципаль дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы ла бар. Ул «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы - 2022» төбәк-ара конкурсы лауреаты булған, бөгөн иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығы дипломы  менән бүләкләнгән.

– 2011 йылда З. Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының филология факультетын тамамланым. Ҡырмыҫҡалы  районының Мырҙа ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем Фәүзиә Ҡасим ҡыҙы Ишкарина ла ғүмер буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытты, тап ул миндә ошо һөнәргә һөйөү тәрбиәләне һәм һөнәр һайлағанда минең күңелдә бер ниндәй ҙә шик булманы.

Мин педагогтарҙың һөнәри конкурсында ихлас ҡатнаштым һәм һөнәри йәһәттән үҫешеү өсөн был  ҙур этәргес, педагогик оҫталыҡтың юғары нөктәһен яулау булып тора тип иҫәпләйем. Әйткәндәй, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы конкурсында тәүгегә генә ҡатнашыуым түгел, йылдан-йыл тәжрибә лә арта бара. Быйыл тәүге биш уҡытыусы исемлегенә инеүемә бик шатмын.

Конкурстар күп, уларҙың һәр ҡайһыһы уҡытыусының һөнәри оҫталығын төрлө яҡтан аса, тәжрибә менән уртаҡлашыу, яңылыҡтар менән танышыу мөмкинлеген бирә.

Һуңғы йылдарҙа тел уҡытыусыларына иғтибар бермә-бер артты, дәүләт тарафынан даими ярҙам күрһәтелә, республика етәкселегенең дә иғтибарын тоябыҙ. Мәҫәлән, үҙем республика Башлығының Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү йәһәтенән ҡабул ителгән программа буйынса 690 мең һумлыҡ грантын алдым. Ә Ефремкин мәктәбе 2020 йылда “Хазина” проекты менән туған телдәр буйынса республика Башлығы грантын алды. Был проект башҡорт милли биҙәүестәрен тергеҙеүгә, эшләүгә йүнәлтелгәйне. Ғөмүмән, һәр еңеү  –   көслө этәргес,  –  ти Лилиә Азамат ҡыҙы.

Фото геройҙың шәхси архивынан. 

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас