

Төп бурыстарҙың береһе – патриотик тәрбиә биреү
12 августа «Торатау» Конгресс-холында мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе үтте. Педагогтар өсөн сара быйыл «Глобаль (геосәйәси) саҡырыуҙар шарттарында берҙәм белем биреү киңлеге» темаһына арналғайны.
Кәңәшмә сиктәрендә ете майҙансыҡ эшләне, унда илһөйәрлек тәрбиәләү, заманса мәктәптәрҙә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында берҙәм белем биреү киңлеген ойоштороу, остазлыҡ институтын, һөнәри белем биреү системаһын үҫтереү, белем биреү сифаты һәм функциональ грамоталылыҡ мәсьәләләре күтәрелде.
Пленар ултырышта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Һанлы трансформация һәм ҙур мәғлүмәттәр департаменты директоры Андрей Горобец, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов, Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, Луганск Халыҡ Республикаһының мәғариф һәм фән министры Иван Кусов ҡатнашты.
Мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе сиктәрендә Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернаты һәм Луганск Халыҡ Республикаһының «М.Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбе» дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды һәм Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусыларын бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Август кәңәшмәһенең пленар ултырышында онлайн-трансляция ла ойошторолдо. Үҙенең сығышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, быйылғы беренсе сентябрь элеккеләренән айырыла, беҙ икенсе парадигмала һәм башҡа ысынбарлыҡта йәшәйбеҙ, илебеҙ ҡот осҡос санкциялар баҫымы аҫтында, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
«Махсус хәрби операция барышында Башҡортостан хәрби хеҙмәткәрҙәренең Донбассты, Ватаныбыҙҙы нисек ҡыйыу һаҡлағанын беләһегеҙ. Ә бит улар – һеҙҙең уҡыусыларығыҙ. Бөгөн мәктәптең төп бурыстарының береһе – патриотик тәрбиә биреү. Беҙ юҡ-барға иғтибар итмәйенсә, мәғариф системаһын әхлаҡи һәм кешелек ҡиммәттәренә таянып төҙөй алабыҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика Башлығы, егеттәребеҙ араһында хәрби бурысын аҙағынаса үтәп, ҡулдарына ҡорал тотоп һәләк булыусылар ҙа бар, тип билдәләне. Ул, үлгәндән һуң прапорщик Тамерлан Илһамовҡа һәм өлкән лейтенант Максим Серафимовҡа Рәсәй Геройы тигән юғары исем бирелде, күп яугирҙәребеҙ иһә Батырлыҡ Ордены кавалерҙары булды, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Беҙ Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровский мәктәбен тергеҙәбеҙ. Уҡыу йылы унда Рәсәй мәғариф стандарттары буйынса яңыртылған һәм йыһазландырылған кабинеттарҙа башланһын өсөн беҙҙең белгестәр бөтә эштәрҙе ваҡытында тамамларға тырыша. Әйткәндәй, был мәктәп бер ҡасан да ремонтланмаған һәм бөтә эштәр Башҡортостан сода компанияһы иҫәбенә алып барыла, – тине Радий Хәбиров һәм Башҡортостан сода компанияһының генераль директоры Эдуард Давыдовҡа Башҡортостан Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Республикала белем биреү учреждениеларында лайыҡлы шарттар булдырыуҙы дауам итәләр. Ил Президенты ярҙамында мәктәп биналарына, тәү сиратта ауыл мәктәптәренә капиталь ремонт үткәреү буйынса федераль программа ҡабул ителгән. 2026 йылға тиклем уға 365 мәктәп бинаһын индереү планлаштырыла. Федераль ҡаҙнанан ҙур ресурстар – 9 миллиард һумдан ашыу финанс саралары йәлеп ителгән, тип билдәләне Радий Хәбиров. Элек республика был маҡсатҡа йылына 600 миллион һумдан артыҡ аҡса бүлә алмаған.
Апрелдән мәктәптәрҙә ремонт эштәре бара. Һандарға килгәндә, 1 сентябрҙә яңыртылған 63 мәктәпкә 21 мең самаһы уҡыусы киләсәк. Тағы 17 мәктәптә капиталь ремонт февраль айына тамамланырға тейеш. Киләһе йылда 117 мәктәпкә ремонт яһау күҙаллана, уларҙа 40 мең бала белем ала. Һөҙөмтәлә 2023 йылдың 1 сентябрендә 48 меңдән ашыу уҡыусы ремонтланған 134 мәктәптә парта артына ултырасаҡ. Республика Башлығы мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы, педагогтар араһында төбәк-ара һәм республика конкурстары еңеүселәрен һәм лауреаттарын бүләкләне. Радий Хәбиров уҡытыусыларға уҡыу йылында уңыштар һәм яңы ҡаҙаныштар теләне.
Фото: “Башинформ”