Белем һәм тәрбиә
14 Август 2022, 06:20

Дәреслектәр етә! Имеш-мимешкә ышанмағыҙ!

Стәрлетамаҡта уҡыусыларға дәреслектәр етмәй, тиҙәр...

Дәреслектәр етә! Имеш-мимешкә ышанмағыҙ!Дәреслектәр етә! Имеш-мимешкә ышанмағыҙ!
Дәреслектәр етә! Имеш-мимешкә ышанмағыҙ!

Ошо көндәрҙә социаль селтәрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 23-сө полилингваль мәктәптә уҡыусыларға дәреслектәр етмәүе тураһында ялған хәбәр таралды.

Был хәлгә ҡарата мәктәп директоры түбәндәгеләрҙе белдерҙе.

“Стәрлетамаҡ ҡалаһының 23-сө полилингваль мәктәбе VI класс өсөн дәреслектәр һатып алыуға килешеүҙәрҙе ваҡытында төҙөнө, әле улар мәктәпкә тапшырыла.

VI класс өсөн дәреслектәргә заказ төҙөлгән, улар килеү менән уҡыусыларға тапшырыла, шулай уҡ ҡалала китапхана-ара абонементы эшләй. 1 сентябргә VI класс уҡыусылары дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары менән тәьмин ителәсәк.

Класс етәксеһе яңылыш дәреслектең электрон формаһын “pdf” формат тип атаған. Мәғариф һәм фән министрлығы фарманы менән раҫланған федераль дәүләт стандартына ярашлы, бер уҡыусы кәмендә бер баҫма һәм (йәки) электрон формалағы дәреслек менән тәьмин ителә. Белешмә теркәлә.

Директор О.В. Самойлова”.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас